Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Гөлсимә СӘЛИХОВА тыуған көнөн билдәләй! Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы йәмле Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкән. Гөлсимә Сәлихованың хеҙмәт кенәгәһендә "Башҡортостан" гәзите" тигән бер генә яҙыу бар. Ысынлап та, ҡулына диплом алған йәш белгес туп-тура республика баҫмаһына эшкә килә. Әле ул редакцияның матбуғатты таратыу һәм реклама бүлеге хеҙмәткәре. Хеҙмәттәшебеҙ бурысына ифрат яуаплы ҡарай, иң мөһиме, эшен ярата. Республикабыҙҙа ул булмаған бер генә район, хатта ауыл да юҡтыр. Гәзитебеҙҙең тиражын арттырыуға, реклама табыуға тос өлөш индереүселәрҙең береһе лә лә ул. Шуныһы, хеҙмәттәшебеҙҙе коллективта барыһы ла хөрмәт итә. Гөлсимә ханым бәхетле ҡатын – иренең төп кәңәшсеһе лә, терәк-таянысы ла, улы һәм ҡыҙы өсөн хәстәрлекле әсәй. Улай ғына ла түгел, биш ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп торған өләсәй. Әйткәндәй, әсәйле булыуҙан да ҙур бәхет юҡтыр, әсәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Гөлсимә Сәлихованы күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ! Ғүмереңдең яҡты киләсәген Алһыу таңдар аша ҡаршыла, Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар, Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда. Иң изге теләктәр менән "Башҡортостан" гәзите коллективы.
Хеҙмәттәшебеҙ Гөлсимә СӘЛИХОВА тыуған көнөн билдәләй!
13 января 202413 янв 2024
1 мин