Шуның өсөн ҡышҡыһын ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте рационға йыш индереү бер ҙә ҡамасауламаҫ. Имбирь. Уның бактерияларға һәм елһенеүгә ҡаршы тороу, матдәләр алмашыныуын көйләү үҙенсәлектәре бар. Төрлө сирҙәр аҙғанда, имбирҙән сәй эсегеҙ, башҡа төрлө ҡулланығыҙ. Сәтләүектәр. Уларҙа иммунитетты күтәреүсе ике элемент – цинк һәм селен бар. Бигерәк тә миндаль, кешью, кедр һәм бразилия сәтләүектәрендә. Ҡабаҡ тостары ла бик файҙалы. Улар бауырҙы, эсәктәрҙе, үт һәм бәүел ҡыуығын таҙартыу һәләтенә эйә. Гөлйемеш. Кипкән емештәренән сәй эсеү, тимәк, организмды С витамины менән туҡландырыу тигән һүҙ. Алма. Уның составындағы пектин организмдан насар холестеринды ҡыуалау өсөн кәрәк. Ҡабаҡ. Составында А, С, Е витаминдары күп булғанлыҡтан уны иң файҙалы ҡышҡы аҙыҡ тип атарға була. Өҫтәлдәрегеҙ ошо аҙыҡ-түлектән өҙөлмәһен. Сәләмәт булайыҡ! М. Сайтакова фотоһы.