Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024-те Ғаилә йылы тип иғлан итте. Ошо айҡанлы Әбйәлил районының Хәлил ауылынан өлгөлө Рәбиға апай һәм Зөлфәр ағай Байбулатовтар ғаиләһе менән тыныштырабыҙ. Зөлфәр Зөлҡәфир улы 1955 йылдың 4 февралендә Хәлил ауылында тыуған. Рәбиға Зыя ҡыҙы Атауҙы ауылында 1956 йылдың 1 майында донъяға килгән, өлкән кластарҙа ул Хәлил мәктәбендә белем ала, тап шул осорҙа үҙенең ғүмерлек йәре Зөлфәр Зөлҡәфир улын осрата ла инде. Артабан ике йәш йөрәк матур итеп донъя ҡороп, ғүмер буйы һөйөү хистәрен һаҡлап, бер-береһен ихтирам итеп, ҡәҙерләп татыу, тигеҙ ғүмер кисерәләр, ике ҡыҙҙарын, бер улдарын юғары белем биреп, үҙаллы тормош юлына сығаралар. Зөлфәр Зөлҡәфир улы Күмертау физик культура техникумын тамамлап, әрме хеҙмәтендә ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтып, бар ғүмерен йәш быуында спортҡа һөйөү тәбиәләүгә бағышлай. Хәлил урта мәктәбендә 40 йылға яҡын физик тәрбиә һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрен алып бара, милли көрәш буйынса секцияның тренеры була. 1980 йыл урталарында Хәлил ауыл советы секретары булып эшләй. Зөлфәр ағайҙың фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостостандың мәғариф алдынғыһы наградаһы, Рәсәй, Башҡортостан Мәғариф министрлыҡтарының маҡтау ҡағыҙҙары менән баһалана. Рәбиға апай бар ғүмерен сауҙа өлкәһенә бағышлаған, 30 йылдан ашыу Хәлил мәктәбе буфетында, РАЙПО магазинында һатыусы булып эшләй. Үҙ эшенә яуаплы ҡарағаны, тырыш хеҙмәте өсөн Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәтенең Почет грамотаһы, ойошманың рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Бөгөн Рәбиға менән Зөлфәр Байбулатовтар икеһе лә хаҡлы ялда, әммә уларҙың буш ултырғанын күрмәҫһең, кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр, йәй булһа бар донъялары гөл-сәскәгә күмелә. Йылы, нурлы йорттан балалары ла, туғандары ла өҙөлмәй. Ҡыҙҙары Төмән өлкәһенең Мегион ҡалаһында йәшәй. Земфира менән Азамат - уҡытыусылар, хәҙер уларҙың педагогик династияһын ҡыҙҙары Ләйсән дауам итә, улдары Салауат - студент. Эльвира - балалар баҡсаһында тәрбиәсе, тормош иптәше Рөстәм менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләйҙәр. Илдар Зөлфәр улы менән килендәре Рәмзиә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләйҙәр, ике ҡыҙ үҫтерәләр. Балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәй Рәбиға менән Зөлфәр Байбулатовтар, уларҙың өлгөлө, күркәм ғаиләһе Әбйәлил районында тәүгеләрҙең береһе булып "Һөйөү һәм тоғролоҡ" миҙалы менән дә бүләкләнгән. Ауылыбыҙҙың ихтирамлы, уңған, матур ғаиләһенә беҙ киләсәктә лә бәхетле, бәрәкәтле тормош, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай оҙон ғүмер теләп ҡалабыҙ. Автор: Раушания Хәмзина. Фото: vk.com/xalilovo