- Бөгөн Ивановка ауылы мәктәбендә махсус операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған сығарылыш уҡыусыһы, рядовой Динис Бикбов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды. Денис үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына китә һәм үҙ бурысын намыҫ менән лайыҡлы үтәй. Яугир үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Ватанды һаҡлаусы геройҙарыбыҙҙы туғандары, яҡындары һәм дуҫтары ғына түгел, ә ҡалғандарҙың да уларҙың батырлығы тураһында белеп, һуңынан балаларына һөйләүе, онотмауҙары бик мөһим. Һәм был иҫтәлекле таҡтаташ тарихи хәтерҙе һаҡлау йәһәтенән ҙур ярҙам булып тора. Батыр ул тәрбиәләгәне өсөн Динистың әсәһе Гөлсирә Зөлҡәрнәй ҡыҙына рәхмәт белдерәм. Беҙҙең өсөн ул мәңгегә герой булып ҡаласаҡ, - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.