Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Фудкорт менән виртуаль ысынбарлыҡ уйын клубы проекты ҡаралған

Хәйбулла районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Быйыл районда тәүге эшҡыуарлыҡ сәғәте үтте, унда Аҡъяр ауылында фудкорт менән виртуаль ысынбарлыҡ уйын клубы проекты ҡаралды. Проекттың инициаторы - ғәмәлдәге эшҡыуар Филүс Сәлишев, тантаналы саралар һәм байрамдар уҙғарыу менән шөғөлләнә, төрлө сараларҙа алып барыусы булып тора. «Йыл эшҡыуары-2022» район конкурсының «Үҙ эшем» номинацияһында еңеүсе. Эшҡыуар 2020 йылдың ҡышында 30 кеше һыйҙырышлы «Barhat» банкет залын асҡан. Уйын клубы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, унда һәр кем үҙенә уңайлы сюжет һәм тематика буйынса уйын һайлай һәм уңайлы ваҡытта тылсымлы виртуаль гейминг донъяһына сума ала. Клуб коллектив уйындар өсөн мөмкинлек бирә, шуға күрә дуҫтар менән онотолмаҫ ял ойошторорға, тыуған көнөн йәки башҡа тантананы ысын мәғәнәһендә ғәҙәти булмаған һәм сағыу итеп билдәләргә мөмкин. Проекттың маҡсаты - клубты ойоштороу өсөн инвестициялар йәлеп итеү. Инвестиция мәҙәни-ял итеү ялы өлкәһендә сифатлы сервисты яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Райондың бизнес- шәрифе белдереүенсә, кәңәшмәлә проект инициаторы файҙалана алырлыҡ төрлө дәүләт ярҙамы программаларының шарттары аңлатылған һәм был проектты тормошҡа ашырыуға ярҙам итәсәк башҡа мәсьәләләр тикшерелгән. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.