Кисә Учалы районының бер юлы ике ауылында өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды. Был "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙамын модернизациялау" төбәк программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Ҡунаҡбай ауылындағы яңы медицина учреждениеһы шулай уҡ Көбәк ауылындағы 789 кешене, шул иҫәптән 200-ҙән ашыу баланы хеҙмәтләндерәсәк. Мәскәү ауылының яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында 313 кеше, шул иҫәптән 29 бала, шулай уҡ Мишкә ауылы халҡы медицина ярҙамы аласаҡ. Яңы медицина үҙәктәре заманса талаптарға яуап бирә, иркен һәм яҡты бүлмәләр, табип кабинеты, ҡаралыу бүлмәһе, ҡорамалдар, санузел һәм дарыуҙар һаҡлау бүлмәһе менән йыһазландырылған. Уларҙа тәжрибәле юғары квалификациялы белгестәр эшләй. Ҡунаҡбай фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире, фельдшер Гөлсинә Әхмәтйәнова 29 йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй, шәфҡәт туташы Гөлнур Ғәлинаның - 26 йыл, ә Мәскәү ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Гөлдәр Шакирова 37 йыл ауыл халҡын дауалай. Һуңғы алты йылда "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә Учалы районында 17 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.