Кушнаренко районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Станислав Шиков белдереүенсә, Кушнаренко ауылында яңы «Андреевский» биҫтәһендә үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү автойыуыу системаһы эшләй башланы. Эшҡыуар Ынйы Ғиләжетдинова 2022 йылдың ноябрендә урындағы хакимиәткә ошондай предприятие асыу буйынса бизнес-проект менән мөрәжәғәт иткән. Мәсьәлә «Эшҡыуарлыҡ сәғәт»тәренең береһендә тикшерелгән. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ярашлы ер участкаһы талап ителгән. Ер бүлеү мәсьәләһен хәл итеүгә Кушнаренко районы хакимиәтенең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре бүлеге ҡушылған һәм электрон аукцион һөҙөмтәләре буйынса автомобиль йыуыу өсөн файҙаланыуҙың рөхсәт ителгән төрө менән ҡуртым килешеүе төҙөлгән. Бөгөн был автой
Кушнаренко ауылында автойыуыу системаһы эшләй башланы
13 января 202413 янв 2024
1 мин