Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәскәүҙә башҡорт спорты аҙналығы бара

Мәскәүҙә, халыҡ-ара күргәҙмә-форумда «Спорт еңеүенә 100 йыл» башҡорт спорты аҙналығы бара. Сара Мәскәүҙәге ВДНХ комплексында Башҡорт спорты аҙналығы сиктәрендә үтә. Тәүге өс көндә Башҡортостан стендын 110 меңдән ашыу кеше ҡараған. Кисә, 12 ғинуарҙа, гроссмейстер, тиҙ уйнау буйынса донъя чемпионы Айгөл Иҙрисова менән «Һуҡыр уйын», шулай уҡ Башҡортостандың Спорт программаһы федерацияһы президенты Алексей Ковтуненко етәкселегендә спорт программаһының төрлө дисциплиналары буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Ә бөгөн, 13 ғинуарҙа, күргәҙмә ҡунаҡтарын спорт-күңел асыу программаһы көтә, ул бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә ала. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, ике тапҡыр Рәсәй чемпионы Азалия Әминева менән бокс буйынса оҫталыҡ дәресе һәм фиджитал: спорт һәм һанлы йәмғиәттең яңы йәшәү рәүеше ("Заркум" виртуаль ысынбарлыҡ форматында мәҙәни-белем биреү уйыны - башҡорт эпостары мотивтары буйынса); WARPOINT. VR ярышы – спорттың киләсәге, шулай уҡ киберспортсы, Максим QRUSH стримеры Илюшиндың автограф-сессияһы. Фото: БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.