Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, талантлы виртуоз ҡурайсы һәм педагог Марсель Сәйетов вафат булған. Уға ни бары 41 йәш ине. Марсель Сәйетов 1982 йылдың 9 сентябрендә Йылайыр районының Матрай ауылында тыуа. Ул оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләне. Талантлы солист һәм аккомпаниатор республиканың алдынғы вокалистары менән бергә сығыш яһап, уларҙың сығыштарын музыкаль йәһәттән биҙәне. Бер нисә тапҡыр Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уҙғарылған ҙур сараларҙа Башҡортостан сәнғәте исеменән сығыш яһап, республика данын яҡланы. Концерт эшмәкәрлеген педагог менән бергә уңышлы алып барҙы, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә ҡурайҙан уҡытты. Мәрхүмде иртәгә, 13 ғинуарҙа, Өфө ҡалаһында һуңғы юлға оҙаталар. Марсель Сәйетовтың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Сығанаҡ: “Башинформ”.