"Балалар Өфөгә Аксаков шыршыһына Башҡортостандың төрлө райондарынан килде. Беҙҙең бәләкәй геройҙарыбыҙ бик көслө һәм ҡыйыу. Бер ҡасан да зарланмайҙар. Улар күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй һәм шатлана белә. Һәм был иң мөһиме – барыбыҙға ла был балаларҙан өйрәнергә кәрәк. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылын ошо яҡшы, изге сара менән башлайбыҙ. Йола буйынса беҙ уны йыл һайын, бишенсе тапҡыр, үҙенсәлекле балалар өсөн үткәрәбеҙ. Улар бер ни талап итмәй, әммә беҙҙең бурыс - уларҙы хәстәрлек һәм иғтибар менән солғап алыу. Өфөләге шыршы байрамына 250 баланы саҡырабыҙ. Башҡортостанда улар 20 меңгә яҡын. Мин республиканың һәр муниципалитетында ошондай байрам ойошторорға ҡуштым. Район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән бергә эшләйбеҙ», - тип яҙҙы республика етәксеһе, балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә һаулыҡ теләне. Шулай уҡ ул хәйриә акцияһында ҡатнашҡандарға, ирекмәндәргә Аксаков шыршыларын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.