Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һөнәри байрамыбыҙға – Рәсәй матбуғаты көнөнә арналды

Ҡәләмдәштәребеҙҙе һөнәри байрамдары менән Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов һәм башҡалар ҡотланы. – Республиканың журналистар тармағында 2,5 меңдән ашыу кеше эшләй. Был – баҫма ғына түгел, электрон киң мәғлүмәт саралары, телевидение, радио һәм социаль селтәрҙәр. Йыл башында билдәләнгән Рәсәй матбуғаты көнө - беҙҙең өсөн үткән йылға һығымталар яһау, был йылда илһам менән эшләү, йүнәлештәр билдәләү мәле ул, – тине Максим Владимирович. 2023 йылда республикалағы киң мәғлүмәт сараларының һөнәри оҫталығы федераль кимәлдә бер генә тапҡыр билдәләнмәне. “Башҡортостан медиашефлығы – Донбасс балалары” махсус проектын тормошҡа ашырған өсөн “Аҡбуҙат” журналы коллективы ағзалары Рәсәй Хөкүмәтенең киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге премияһына лайыҡ булды. Күләме бер миллион һум тәшкил иткән был оло баһа һөнәри ҡаҙаныштар өсөн киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә һәм ижади коллективтарға бирелә. Шулай итеп, “Аҡбуҙат” балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, биҙәлеш мөхәррире Майя Ҡәйүмова, яуаплы сәркәтип Миңлегөл Тайсина, рәссамдар Азамат Ғарипов һәм Ирина Әхмәҙуллина РФ Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин ҡулынан премия алыуға һәм шуның менән Башҡортостан матбуғатын тағы бер тапҡыр ил кимәлендә танытыуға өлгәште. Бынан тыш, Башҡортостан Журналистар союзы - илдәге төбәк союздары эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса иң шәп өс ойошманың береһе. Ә был рейтингты төҙөгәндә тормошҡа ашырылған саралар һаны, яңы ижтимағи ойошмалар, медиаәүҙемлек, сайтта, социаль селтәрҙәрҙәге эш иҫәпкә алына. Тағы Башҡортостан Журналистар союзы – ундағы ағзалар иҫәбе буйынса илдәге иң ҙур ойошма. Тантаналы сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ла ҡәләм оҫталарына байрам айҡанлы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәи иң изге теләктәрен белдерҙе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға, телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне, Фән һәм мәғрифәт йылы сиктәрендә әүҙем эшмәкәрлеге өсөн түбәндәге бер төркөм журналистар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһы һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Хеҙмәттәшебеҙ, “Башҡортостан” республика гәзите фотохәбәрсеһе Айрат Нурмөхәмәтов Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Тағы бер коллегабыҙ, “Башҡортостан” республика гәзитенең бүлек мөдире Гөлдәр Яҡшығоловаға Рәхмәт хаты тапшырылды. Тағы ошондай уҡ бүләккә “Ватандаш” журналының бүлек мөдире Миләүшә Мөхәмәтйәнова, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының рус телендәге “Яңылыҡтар” программаһын алып барыусы Айнур Ғибәҙуллин, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының башҡорт телендәге “Яңылыҡтар” программаһын алып барыусы Рита Шәмсетдинова, “Киске Телеүҙәк” программаһы мөхәррире Олеся Рамазанова лайыҡ булды. Ошо уҡ көндө шағирә Светлана Чураеваға Бөтә донъя башҡорттапры ҡоролтайы башланғысы менән барлыҡҡа килгән С. Тавасиев исемендәге ижтимағи награда тапшырылды. Сара барышында төрлө конкурстар еңеүселәрен дә билдәләнеләр. Республика гәзиттәре һәм журналдары редакциялары араһында “Наркоманияны иҫкәртеүҙе яҡтыртыу һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау буйынса эштәрҙе иң яҡшы ойоштороу” номинацияһында беренсе урынды “Башҡортостан” гәзите яуланы. Беҙҙең гәзит шулай уҡ “Алға” йылдам иҡтисади зона эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса икенсе урынға сыҡты. Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылын яҡтыртыусы интернет ресурстары араһында “Башҡортостан” гәзите сайты икенсе урынға лайыҡ булды. “Башҡортостан” республика гәзитенең социаль өлкә бүлеге мөдире Айһылыу Низамова Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт сараларында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡтыртыу мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыу” республика журналистар конкурсы барышында Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары араһында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрен яҡтыртыу буйынса өсөнсө урын яуланы. Тағы ошо уҡ көндө “Башҡортостан” гәзитенең ауыл хужалығы һәм иҡтисад бүлеге мөдире Лилиә Нуретдинова Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Ошо уҡ көндө Рәсәйҙең Журналистар союзы Почет грамоталары менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре – сығарылыш тапшырыуҙары етәксеһе, мәғлүмәт тапшырыуҙары баш редакцияһының әҙәби мөхәррире Гөлназ Яҡупова, мәғлүмәт тапшырыуҙары баш редакцияһының әҙәби мөхәррире Рәйлә Күсемханова бүләкләнде. Республиканың Журналистар союзы маҡтау грамоталарына лайыҡ булыусылар араһында “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире, “Башҡортостан” гәзитенең махсус хәбәрсеһе Рәмил Мансуров, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәре Гөлсимә Иштанова, “Республика Башкортостан” гәзите фотохәбәрсеһе Александр Данилов һәм башҡалар бар ине. Ошо уҡ көндө бер төркөм ҡәләм оҫталары Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздарына ағза итеп алынды. Улар араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре Лилиә Мәҡсүтова, Ильяс Батыргәрәев һәм башҡалар бар. -Быйыл 7 февралдә Башҡортостан Журналистар союзына 103 йыл тулыуҙы билдәләйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе республиканың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Исхаҡов һәм барыһын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.