12 ғинуарҙа Благовещен районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 93 мең кв.м майҙанлы OZON логистик келәт комплексы төҙөлөшө майҙансығында булды. Төҙөлөштө “Ромекс Групп” холдингы инвестпроекты сиктәрендә “ОРЦ-Өфө” компанияһы башҡара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был комплексты төҙөү инициативаһын 2023 йылдың мартында уҙғарылған “Инвестсәғәт”тә ҡарағайнылар. Август айында төбәк етәксеһе төҙөлөштөң тәүге ташын һалыу ваҡиғаһында ҡатнашты. “Ромекс Групп” холдингының генераль директоры урынбаҫары Константин Томенко әйтеүенсә, был логистик үҙәк аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ булмаған тауарҙарҙы һаҡлау, сорттарға бүлеү һәм артабан клиенттарға оҙатыу өсөн тәғәйенләнә. Уны 2025 йылда төҙөп бөтөргә планлаштыралар. - Беҙ республиканың идара итеү командаһына һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге һәм проектты күтәреп алыуы өсөн рәхмәтле. Компания артабан да Башҡортостан биләмәһендә үҫешеүҙе күҙ уңында тота, - тине Константин Томенко. Төбәк етәксеһе эшҡыуарҙарҙың ниәтен хупланы һәм: - Ошондай ҙур проект менән “Ромекс” холдынгын Благовещенға индереү ҙур уңыш ул. Бында 2 мең эш урыны булыр тип көтәбеҙ. ОZОN компанияһы эшмәкәрлеге - ул замана бизнесы. Бында эш хаҡы яҡшы һәм үҫешеү перспективаһы бар. Шуның өсөн беҙ инвесторҙы яңы инициативаларға этәрәбеҙ, уға ла ярҙам итергә әҙербеҙ, - тине. Мәғлүмәт һәм фотолар: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/173970.html
Радий Хәбиров Благовещен районында OZON логистик комплексы төҙөлөшөн ҡараны
12 января 202412 янв 2024
1 мин