Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яһил эттең хужаһы үҙе ситтә күҙәтеп кенә торған

Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһенә Ишембайҙағы хәл – стаффордтың пекинесты талап үлтереүе һәм уның хужабикәһен тешләүе осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатырға һәм һөҙөмтәләре тураһында доклад менән сығыш яһарға күрһәтмә бирҙе. Ҡатын Ленин урамы ихатаһында этте тышты йөрөткән. Баланы эттән тартып алырға маташҡанда, эт уның ҡулын өҙә яҙғансы тешләгән. Пекинесты үтеп барыусылар һөйрәп алып китә, әммә ул үлгән була. Яһил эттең хужаһы үҙе ваҡиғаларҙы күҙәтеп кенә тора, ә барыһы ла тамамланғас, китеп бара. Стаффорд элек тә йорт хайуандарына һөжүм иткән. Эт хужаһы иһә ғәҙәти штраф менән ҡотолған, ә ҡатыны зыян күреүселәргә яңы эт һатып алырға тәҡдим иткән. Ҡалай анһат ҡотолорға уйлай. Әйткәндәй, декабрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев журналистар менән осрашыу ваҡытында берәҙәк эттәр мәсьәләһен яңынан ҡараясаҡтары тураһында белдерҙе. Дәүләт Йыйылышы депутаттары яҙғы сессия осоронда йортһоҙ хайуандар проблемаһын ҡайтанан ҡарарға ниәтләнә. Фото: скриншот. Видеояҙма сығанағы: https://t.me/c/1601276259/13343