Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт йортонда “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды. Киләһе ярыш этабына ҡаланың төрлө номинацияларҙа ижади ҡомарлыҡ күрһәткән өс ғаиләһе үтте. “Ғаилә традициялары” номинацияһында Батталовтарҙың берҙәм ғаиләһе еңеүгә өлгәшһә, “Ғаилә һөнәре” номинацияһында – Солтановтар, “ Ижади ғаилә” номинацияһында Сәлимгәрәевтар ғаиләләре тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Күркәм бәйге “Етегән” башҡорт байрамы – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө” проектына ярашлы дауам итә. Проект ҡала хакимиәте башлығы гранттары конкурсында еңеп сыҡҡайны. Оҙаҡламай еңеү яулаған ғаиләләр конкурстың Салауат ҡалаһында үтәсәк икенсе этабында ҡатнашасаҡ. Ә финал Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1 мартта үтәсәк. Тамара Андреева фотолары.