“Спорт ҡаҙаныштарының 100 йылы” тип аталған экспозицияны Башҡортостандың Спорт министрлығы ойошторҙо. Күргәҙмәгә килеүселәр республиканың олимпик мираҫын – клубтарҙы, командаларҙы күрә, спортсылар, шул иҫәптән республиканан сыҡҡан Олимпиада һәм Паралимпиада еңеүселәре менән таныша ала. 14 ғинуарға ҡәҙәр дауам иткән Башҡорт спорт аҙналығы сараларында Башҡортостандың алдынғы спортсылары – Тимур Сафин, Аделина Заһиҙуллина, Азалия Әминева, Эльбрус Ниғмәтуллин, Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова, Рима Баталова һәм башҡа чемпиондар ҡатнаша. А. Заһиҙуллина менән Т. Сафин фехтование буйынса оҫталыҡ һабаҡтары биреп тә өлгөрҙө. “Был дәрестәрҙә балаларҙан алып өлкән йәштәгеләргә тиклем ҡатнаша. Талантлы, йылғыр, етеҙҙәр күп. Беҙҙең стенд янына илебеҙҙең төрлө яҡтарынан кешеләр килә, үҙҙәрен ошо төр спортта һынап ҡарай. Был тағы ла бер тапҡыр беҙҙең фехтованиеның географияһын киңәйтеү зарурлығын дәлилләй”, – ти А. Заһиҙуллина. Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Э. Ниғмәтуллин менән Рәсәй рекордсмены И. Попов көс шоуы күрһәтте. Бынан тыш, “Дрондарҙа уҙыш” симуляторында оҫталыҡ һабаҡтары, дрондар күргәҙмәһе, республикабыҙҙың Р. Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгенең, “Урал” волейбол клубының, “Уфимец” баскетбол клубының презентациялары ла ойошторолдо. Сығанаҡ: БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.