Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөтә төр автомобилдәр өсөн юл ябылды

Инде бер нисә көн республикала буран ҡотора. Әле һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле Башҡортостанда бөтә транспорт төрҙәре өсөн М5 юлында бөтә төр автомобилендә хәрәкәт ябылыуы тураһында хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы. Бөгөн автомобиль юлдарының түбәндәге участкаларында бөтә төр транспорт саралары өсөн сикләүҙәр индерелде: ▪ 14:00 сәғәткә тиклем М5 Урал Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлында 170 километрҙан 260 километрға тиклем ▪ 07.30 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем Р240 Өфө – Ырымбур автомобиль юлында 280 километрҙан 316 километрға тиклем. Шулай уҡ кисә ябылған юлдарҙа ла хәрәкәт ябыҡ ҡала. 21.20 сәғәттә федераль әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы М-7 Волга автомобиль юлы участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде. Сикләүҙәр Илеш, Дүртөйлө, Кушнаренко һәм Өфө райондарына ҡағылды. Шулай уҡ 20.15 сәғәттә федераль әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы М-5 Урал

Инде бер нисә көн республикала буран ҡотора. Әле һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле Башҡортостанда бөтә транспорт төрҙәре өсөн М5 юлында бөтә төр автомобилендә хәрәкәт ябылыуы тураһында хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы. Бөгөн автомобиль юлдарының түбәндәге участкаларында бөтә төр транспорт саралары өсөн сикләүҙәр индерелде: ▪ 14:00 сәғәткә тиклем М5 Урал Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлында 170 километрҙан 260 километрға тиклем ▪ 07.30 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем Р240 Өфө – Ырымбур автомобиль юлында 280 километрҙан 316 километрға тиклем. Шулай уҡ кисә ябылған юлдарҙа ла хәрәкәт ябыҡ ҡала. 21.20 сәғәттә федераль әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы М-7 Волга автомобиль юлы участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде. Сикләүҙәр Илеш, Дүртөйлө, Кушнаренко һәм Өфө райондарына ҡағылды. Шулай уҡ 20.15 сәғәттә федераль әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы М-5 Урал автомобиль юлы участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде 1194+500 километрҙан 1370+000 километрға тиклем. Ошо уҡ көндө 22.30 сәғәтә М-5 Урал федераль әһәмиәттәге автомобиль юлында 1194+500 километрҙан 1370+000 километрға тиклем бөтә төр транспорт саралары өсөн сикләүҙәр индерелә. Фото: скриншот