Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Балалар быны белергә тейеш

"Иғтибар – балалар!" профилактика акцияһы сиктәрендә Тәтешле районы Яңы Тәтешле ауылы мәктәбе ҡарамағындағы "Үҫеш нөктәһе” тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге белем биреү үҙәге уҡыусылары менән "Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре" темаһына викторина үткәрелде. Сараны "Мәғариф" милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторҙолар. Үҙәк кураторы Ангелина Садиева балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләре һәм балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү буйынса белемдәрен арттырырға ярҙам итте. Мәктәп уҡыусылары һорауҙар буйынса әүҙем фекер алышты һәм бергә яуаптар тапты. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырырға тырышып, ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм энтузиазм күрһәтте. Дәрестә шулай уҡ практик эштәр ҡаралғайны. Балаларға юл аша сығыусы йәйәүле ролен уйнарға тәҡдим ителде, ә уҡыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын күрһәтергә тейеш ине. Балалар төрлө юл хәл-ваҡиғаларын, ребустар систе, ҡасан һәм кем өсөн тәүге тәүге юл хәрәкәте ҡағиҙәләре булдырылыуын асыҡланы. Был класс сәғәте уҡыусыларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеген аңларға ярҙам итте һәм ҡағиҙәләрҙе боҙған осраҡта ниндәй эҙемтәләр булыуы мөмкин икәнен күрһәтте. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәтешле районы хакимиәте.