"Урал авиалиниялары" компанияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, самолет бейеклеккә күтәрелеү менән пассажир ҡатындарҙың береһе ныҡ итеп ҡысҡырып ебәрә. Асыҡланыуынса, ул ауырлы була. Бортпроводниктарҙың береһе, Надежда Ивакина һөнәре буйынса фельдшер була. Уға ярҙамға Мәҙинә исемле шәфҡәт туташы булған пассажир ҙа килә. Ҡатын сабыйын иҫән-һау тыуҙыра. Самолеттағы хәл тураһында һауа судноһының командирына хәбәр ителә. Самолетты ҡаршылап, "Ашығыс ярҙам" машинаһы ла көтөп тора. Самолеттағы пассажирҙар яңы тыуған сабыйҙы ҡотлап, тиҙ арала бүләккә аҡса ла йыйып өлгөрә. Һауа киңлегендә донъяға килгән ҡыҙсыҡҡа тормошта ла киң асыштар юлдаш булһын! Фото: ирекле сығанаҡтан