Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яугир кәләшен дә алып ҡайтҡан...

Ауырғазы районынан “Борзый” позывойлы яугир Донецк Халыҡ Республикаһында мөхәббәтен осратҡан. Ҡыҫҡа ваҡытлы ял осоронда ул кәләшен дә тыуған яғына алып ҡайта. Юрий Барбазюк – пулемет взводының отделение командиры, йылдан ашыу доброволец булып хеҙмәт итә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы егеттең ғаиләһе һәм ғашиҡтар тураһында репортаж әҙерләгән. Сираттағы ял осоронда яугир ата-әсәһе эргәһенә бер үҙе генә түгел, ә Донецк ҡыҙы Катерина менән ҡайта. Кәләшен ғаиләһе менән таныштыра. Катерина Башҡортостанда тәү тапҡыр. Уға милли аш-һыу, халыҡтың ҡунаҡсыллығы оҡшаған. Республикала ҡарҙың күплеге, ҡышҡы тәбиғәт хайран ҡадырған. Бәхетле йәштәр оҙаҡламай Донецкиға юлға сығасаҡ, Юрий хәрби хеҙмәтен, ә Катерина эшен дауам итәсәк. Фото: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.