Башҡортостан Республикаһының 33 предприятиеһы вәкилдәре 2023 йылда “Экспорт форсажы” акселерация программаһының өс күп тармаҡлы ағымында ҡатнашты. Уҡытыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан. – Беҙ республика эшҡыуарҙарына финанс һәм финанс булмаған ярҙам күрһәтәбеҙ. Мәҫәлән, 2019 йылдан “Экспорт форсаж” акселерация программаһының ун күп тармаҡлы һәм дүрт тармаҡлы ағымы үткәрелде. Уларҙың йомғаҡтары буйынса 170 үҙенсәлекле бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ярҙам алды. Дүрт йыл эсендә акселерация программалары буйынса уҡыу һөҙөмтәләре буйынса 17 миллион долларҙан ашыу суммаға 140 контракт төҙөлдө, – тип һөйләне республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Программа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының экспорт потенциалын тормошҡа ашырыуға, предприятиеларҙа баҙар һайлауҙан алып
"Республика эшҡыуарҙарына финанс һәм финанс булмаған ярҙам күрһәтәбеҙ"
12 января 202412 янв 2024
1 мин