Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡабаҡҡа ғашиҡ иттерәм

Әбйәлил районы блогеры Рәхимә Мусинаның постарын күптәр яратып уҡый. Был юлы ул ҡабаҡҡа ғашиҡ булып, унан төрлө ризыҡтар әҙерләүе хаҡында яҙа. "Оят булһа ла әйтәйем, "тыква" тигән йәшелсәне мин ошо йәшемә етеп тәүгә ашап ҡараным. Булһа ине ете диңгеҙ аръяғында үҫкән бер экзотика, ивет. Уны ҡасандыр үҙебеҙ ҙә үҫтерә торғайныҡ бит инде. Йәш саҡта, Шишмә районында йәшәгәндә, ҡәйнәм малға ашатырға баҡса тултырып сәсә ине. Ә үҙебеҙгә бешергәнен бер ҙә иҫләмәйем.Беҙҙең ҡырыҫ климатлы Ҡырҙаста ул үҫмәгән микән, берәү ҙә сәсмәй торғайны. Ә районда үҫтереүселәр, моғайын, барҙыр, тик үҙем лично ундайҙарҙы белмәйем. Өйөбөҙгә күскәс, коллегамдан күреп, патиссон сәсеп ҡарағайным, яҡшы ғына уңыш бирҙе, тик тышын әрсеүе ҡыйын булғас, бешерергә йыбандым, ятып сереп бөттөләр.Һуңғы йылдарҙа Ейәнсуралағы группалашым Розалия менән ватсаптан йыш аралашабыҙ, ул гел генә ҡабаҡ та ҡабаҡ тип һөйләгәс, быйыл мин дә сәсеп ҡараным, тик бер бөртөгө генә сығып һабаҡҡа үҫеп китте, әммә тәки емеш бирмәне.Яңы йыл алдынан Ейәнсураға ҡунаҡҡа барыуым тураһында постарымды уҡып беләһегеҙ бит инде. Розалияның өйөнә ингәс тә бер бүлмәнең мөйөшөндә өйөлөп ятҡан ташҡабаҡтарға иғтибар иттем, хатта ярғылау өсөн махсус рәүештә өйҙә бер таҙа балта тота икән. «Килһәң, ҡабаҡҡа ғашиҡ иттерәм», - тип әйткән Розалия духовкала рукавта бешерелгәне менән һыйланы. Тел йоторлоҡ икән дәһә! Бөтә ингридиенттарҙың тәмен һеңдереп, тәмле генә ризыҡҡа әйләнә. Ярай, дуҫым күстәнәскә лә ҡабаҡ бирҙе. Мин берәүһен дүрт бүлә рукавта бешереп ашаттым. Ә бына был йәтешерәген фаршировать итеп ҡарағым килә. Интернетта рецептар төрлө-төрлө – ҡайһыһын һайларға ла белмәйем. Һеҙ ҡабаҡ тултырғанығыҙ бармы ул? Комментарийҙа кәңәштәрегеҙҙе яҙһағыҙ ине.Ә кем минең кеүек бер ҡасан да ашап ҡарамаған – мотлаҡ бешерергә кәңәш итәм. «Пятерочка»ла һәр ваҡыт һатыуҙа була бит (тик улар тәмлеме-түгелме?). Үҙем иһә бынан һуң ҡабаҡтан өҙөлөмәйәсәкмен, алла бирһә. Розалия өй бройлерын ҡушып бешергәс, тәме күпкә насыщенный килеп сыҡҡайны, минең магазин тауығыныҡы уға етмәһә лә тәмле булды. Нисек бешерҙең тиһәгеҙ: ит, ҡабаҡ, картуф, кишер, һуған, һарымһыҡ киҫәктәрен яратҡан приправа, майонез, тоҙ, борос һалып болғап бер аҙ тотаһың да рукавҡа тултыраһың. Ауыҙын бәйләрҙән алда 4-5 киҫәк ауыл һыйыр майын (!) массаның өҫтөнә тош-тош һалып сығаһың. Күләмен сама менән алығыҙ.Ә һеҙ ҡабаҡ үҫтерәһегеҙме? Унан ниндәй ризыҡтар әҙерләйһегеҙ? Секреттарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле"- тип яҙған Рәхимә Мусина. Фото һәм текст сығанағы: Рәхимә Мусина.