Ауыл ерендә йәшә лә нисек быйма кеймә, ти. Бигерәк тә был көндәрҙәге һыуыҡтарҙа. Шуға күрә Байназар ауылы халҡы быймаға дан йырлап, уға арналған бик шәп сара үткәргән. Был хаҡта ауыл төркөмөндә хәбәр ителә. "Бар халыҡ саф-һауала "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә уҙғарылған округтар араһындағы сәмле "Быйма байрамы"на йыйылды. Байрамды Байназар ауылы биләмәһе башлығы Нуриман Нуритдин улы Әминев асып, үҙ фатихаһын бирҙе. Артабан үҙҙәренең йыр - моңдары менән байрамды "Ҡурыуҙы" халыҡ фольклор ансамбле тәбрикләне. Алдан иғлан ителгәнсә, һәр округ мотлаҡ биҙәлгән быймаларҙа, үҙҙәре команда төҙөп, исем, девиз, йыр әҙерләп килгәндәр. Сығыштар бик сағыу һәм ҡыҙыҡлы барҙы. Унан һуң команданан иң матур быймалылар үҙҙәренең быймаларын яҡланылар. Сират спорт ярыштарына күсте: быйма менән эстафета, алыҫлыҡҡа, төҙлөккә быйма һелтәү бик сәмле һәм күңелле барҙы. Байрам тапҡыр таҡмаҡтар, шаян йыр - бейеүҙәр, боһрап торған самауыр сәйенән һыйланыуҙар, быймалы уйындар бик күңелле ойошторолошо мен