2024 йыл һаулыҡ һаҡлау тармағында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа хәл иткес осор булмаҡсы ине. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшеү кәрәклеге билдәләнде. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып торҙо. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты етди – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән, пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Рәсәй төбәктәрендә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы 2021 йылдың 1 ғинуарынан башланды. Уға ярашлы, өҫтәмә медицина объекттарын файҙаланыуға тапшырыу, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, транспорт саралары менән тәьмин итеү ҡаралды. 2022 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында һигеҙ миллиард һумға яҡын аҡса тотонолһа, 2023 йылда милли проекттың һигеҙ төбәк проекты буйынса финанс күләме ете миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Сәйәсәттәге һәм иҡтисадтағы ҙур үҙгәрештәр, ҡатмарлы санкция шарттары быйыл тармаҡҡа ниндәй һынауҙар әҙерләр, бюджет средстволары яңы поликлиникалар төҙөргә, халыҡты сифатлы препараттар менән тәьмин итергә, пландарҙы тормошҡа ашырырға етерлекме? Мәҫәлән, элек медицина ҡорамалдары нигеҙҙә Европа һәм АҠШ илдәренән килтерелһә, хәҙерге санкция шарттарында был мәсьәлә нисек хәл ителер? Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың яңы йыл алдынан “Российская газета” баҫмаһына биргән интервьюһына ҡарағанда, быға тиклем нимә планлаштырылған, шул рәүешле эш артабан да дауам итәсәк. 2024 йылда дауахана һәм поликлиникалар өсөн меңдән ашыу флюорограф, маммограф, компьютер томографтары, МРТ һәм башҡа шундай әһәмиәтле медицина ҡорамалдары алынасаҡ. Министрҙы борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. – Эйе, логистика яғынан хәл ҡатмарлашты, әммә “был хәл итеп булмай” тигәнде аңлатмай. Беҙ ваҡытты уҙып эшләргә күнектек, 2024 йылға меңдән ашыу медицина ҡорамалы һатып алыуға контракттарҙы былтыр уҡ төҙөнөк. Шатлыҡлы хәбәр ҙә бар, Рәсәйҙә сифаты буйынса сит ил технологияларынан һис ҡалышмаған аналогтар ҙа күренә башланы. Тағы бер мөһим мәсьәлә – ҡорамалдың алыныуы менән эш бөтмәй, уның тәьҫирле эшләүе бик мөһим. Шуға күрә беҙ ошо күрһәткестәрҙе күҙәтеүсе мониторинг системаһын эшкә ҡуштыҡ. Был системаны индереү тәжрибәһе менән “Росздравнадзор”кәңәшмәһендә лә уртаҡлашҡайным. Хәҙер башҡа төбәктәр ҙә беҙҙең тәжрибәне ҡулланырға уйлай, – ти Айрат Рәзиф улы. Граждандарҙың льготалы категорияһын дарыуҙар менән тәьмин итеүҙәге ҡатмарлыҡтарға килгәндә, бында сәбәптәрҙең төрлө булыуын билдәләргә мөмкин. Беренсенән, санкция баҫымының булыуын, шуның менән бәйле ҡайһы бер сит ил дарыуҙарының әйләнештән сығыуын танырға кәрәк. Шуның менән бергә беҙҙә Рәсәйҙә етештерелгән аналогтар ҙа бар, улар сифаты һәм тәьҫире яғынан һис тә сит ил препараттарынан ҡалышмай, тик беҙ импортты өҫтөн күрергә күнеккәнбеҙ. Икенсенән, беҙҙә төбәк һәм федераль кимәлдәге льготаға эйә булыусы кешеләр бик күп – 738 меңдән ашыу. Был – республика халҡының алтынан бер өлөшө тигән һүҙ. Ни өсөн шул тиклем күп? Сөнки беҙ хәҙер сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Медицина ҡорамалдары алыу менән бергә белгестәрҙе даими уҡытабыҙ, дауаханалар инфраструктураһын яҡшыртабыҙ, ФАПтар асабыҙ, халыҡтың медицина хеҙмәтенән файҙаланыу мөмкинлектәрен киңәйтәбеҙ. Был – ғәҙәти эш, әммә ул бик ҙур бюджет средстволарын талап итә. Республикала модулле медицина пукттары күп төҙөлә. 2023 йылда 83 фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асһа, быйыл 50-нән ашыу медицина пункты сафҡа индереләсәк. Өфөләге медицина учреждениеларының инфраструктура йәһәтенән артта ҡалыуы бәхәсһеҙ. Күбеһе яраҡлаштырылған биналарҙа урынлашҡан. Шуға күрә быйыл медицина учреждениеларын яңыртыу һәм йыһазландырыу программаһы буйынса 500 миллион һум аҡса бүленәсәк, аҙаҡ йыл һайын 2030 йылға тиклем ошо маҡсатҡа 1,5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Шулай уҡ Өфөлә һуғыш ветерандары өсөн госпиталь төҙөләсәк. Медицина кадрҙарына ҡытлыҡ бар, әлбиттә. Был мәсьәлә өҫтөндә даими эшләйбеҙ. Республикала 70 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәренең 15 меңе – табиптар. 2023 йылда ҡабул иткән төбәк программаһы буйынса ауылға эшкә китергә теләк белдереүселәрҙең күплеге һөйөндөрҙө. Программаға ярашлы, ауылдарға эшкә килеүсе табиптар өс йыл дауамында өс миллион һум аҡса аласаҡ. 2023 йылда программанан 50 белгес файҙаланды. “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары элеккесә төп дәртләндереү сараһы булып ҡала. Тәүгеһе буйынса быйыл 81 табип, 48 медицина хеҙмәткәре түләү алһа, “Ауыл фельдшеры” программаһына ярашлы 33 хеҙмәткәр 500-әр мең һум аҡса алды. Бөтә йүнәлештәр буйынса медицина хеҙмәтен яҡшыртыу өсөн яңы проекттар индерергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, баш ҡаланың “Кузнецов затоны” биҫтәһендә “Йорттағы доктор” проекты ошонда йәшәүселәр өсөн уңайлылыҡ тыуҙырыр, тип уйлайбыҙ. Яңы йорт комплексына нигеҙ һалғанда уҡ педиатр һәм терапевт кабинеттары өсөн биналар планлаштырылды. Был проект тәүге звено мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итәсәк. Әгәр барыһы ла беҙ уйлағанса яҡшы барһа, был тәжрибәне башҡа биҫтәләргә лә таратырға теләр инек. Ҡайһы бер ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, һаулыҡ һаҡлау тармағында ғорурланырлыҡ үҙгәрештәр ҙә етерлек. Мәҫәлән, беҙҙә көслө офтальмология кластеры, алдынғы травматология, кардиология өлкәләре бар. Оҙаҡламай кардиология үҙәгенең яңы корпусын асыу менән илдең башҡа төбәктәрендә башҡарылмаған үҙенсәлекле әмәлиәттәрҙе үҙебеҙҙә яһаясаҡбыҙ. Балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге асылыу менән елек майы трансплантацияһын башҡарасаҡбыҙ, башҡа төбәктәрҙән килгән пациенттарҙы ла дауалаясаҡбыҙ. Медицина хеҙмәткәрҙәре һуңғы йылдарҙа бик күп һынауҙарҙы лайыҡлы үтә алды. Пандемия осоронда госпиталдәрҙә ҡуна ятып ауырыуҙарҙы дауаланы, хәҙер улар Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларында коллегаларына ярҙамлаша, медицина роталарында хеҙмәт итә. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең хәүефһеҙлеге көн ҡаҙағында торған мөһим мәсьәлә икәнен дә онотмайыҡ. Беҙ Дәүләт Думаһына аҡ халатлыларҙы яҡлай алырлыҡ һәм уларға ҡул күтәрергә баҙнат иткәндәрҙе хөкөм итерлек закон инициативалары менән мөрәжәғәт иттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда ла күңелһеҙ ваҡиғалар булғыланы. Был тәңгәлдә ҡәтғи позиция булырға тейеш, –тип иҫәпләй һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.