"Һөй, мосолман, байрамыңды - Аллаһ яҡлар!" - тигән бөйөк Шәйехзада Бабич үҙенең бер шиғырында. Быйыл мөһим дини даталар ҡайһы көндәргә тура килә? * 11 март. Изге Рамаҙан башлана. Исламдың биш терәгенең береһе булған ураҙа ғибәҙәте ошо айҙа ҡылына. Ул – һәр мосолман өсөн фарыз (һаулығы буйынса сикләүҙәр булмаһа) ғәмәл, шулай уҡ әжер-сауаптарға өлгәшеү өсөн оло форсат. * 31 март – 9 апрель – Рамаҙан айының һуңғы ун көнө. Был осорҙа Ҡәҙер кисе бар. Хәҙистәргә ярашлы, уны таҡ төндәрҙә көтөргә кәрәк, тимәк, Рамаҙандың 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 29-сы көндәрен ғибәҙәттәр ҡылып үткәрергә тырышыу фарыз. * 10 апрель – Ураҙа ғәйете. Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан оло байрам. Был көндө ауыл-ҡалаларҙа ғәйет намаҙҙары уҡыла, мосолмандар Аллаһты йышыраҡ иҫкә ала, данлай, шулай уҡ бер-береһе, туғандары менән ҡунаҡ булыша, ҡотлаша. * 15 июнь – Ғәрәфә көнө. Зөлхизә айының 9-сы көнөндә төрлө ҡитғаларҙан, йөҙәрләгән илдән хаж ғибәҙәтен үтәү ниәте менән йыйылған миллиондарса хажи Ғәрәфә тауында доға, ис