Ғафури районында ғүмер кисергән Бөйөк Ватан һығышы ветераны Вилдан Шәрипов ошо көндәрҙә 101 йәшен билдәләне. Хөрмәтле йөҙйәшәрҙе ҡотларға балалары, туғандары һәм яҡындары килде. Вилдан Әйүп улы 1942 йылда фронтҡа юлланған. Шуныһы, яҡташыбыҙға иң мөһим бурыс йөкмәтелә – разведчик була. Вилдан Шәрипов үҙенең һиҙгерлеге, ҡыйыулығы арҡаһында әллә күпме яуҙашының ғүмере ҡотҡарып ҡалынған, күп тапҡыр дошмандың һөжүме кире ҡағылған. Тыныс тормошта Вилдан Әйүп улы уҡытыусы булған, хатта мәктәп директоры вазифаһын да йөкмәткәндәр, шул уҡ ваҡытта колхоздың парторгы эшен дә алып барған. – Һәр саҡ оло маҡсаттар менән йәшәнем, алға ҙур бурыстар ҡуйыу һәр йәһәттән дә отошло, – ти әңгәмәсем. "Башҡортостан" гәзите коллективы ла Вилдан Шәриповты күркәм байрамы менән ҡотлай, тыныс ҡартлыҡ һәм имен тормош теләй! Фото: "Звезда" гәзите.