Закон һағында
2023 йылда граждандарҙың 118 меңдән ашыу мөрәжәғәте ҡабул ителгән, уларҙың 76 меңдән ашыуы ыңғай хәл ителгән, 10 меңдән ашыу кешенең хоҡуҡтары тергеҙелгән. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне. Конституция һәм Закондар үтәлешен даими күҙәтеүсе, граждандар ирке һәм хоҡуҡтары һағында тороусыларҙы Республика башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров ведомство хеҙмәткәрҙәренә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Закон үтәлешен күҙәтеү хеҙмәтендәге уңыштары өсөн һөнәри байрам уңайынан өс тиҫтәгә яҡын хеҙмәткәр юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».