Найти в Дзене

Ауыл өсөн 500 имән

Башҡортостандың Стәрлебаш районында “Ауыл өсөн 500 имән” экологик проектын ғәмәлгә ашырыу башланды. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһендә Стәрлебаш районы хакимиәтендә Стәрлебаш ауылынан йәш һәм амбициялы эшҡыуарҙар Айнур Хәлитов менән Рафаил Йосоповтың башланғыстарын тикшерҙеләр. Айнур Хәлитов 2020 йылдан Стәрлебаш районы биләмәһендә экологик проекттар менән шөғөлләнә. Уҙған йылда ул ағас ултыртыу идеяһы менән янып китә. Һәм, шулай итеп, ”Ауыл өсөн 500 имән” экологик проекты әҙерләнә. 2023 йылда төрлө тоҡомло ағастар ултыртыла, шул иҫәптән эшҡыуар үҙе сәтләүектән үҫтергән имән дә. Ағымдағы йылды Айнур һәм Рафаил имән ултыртыуға бағышларға ниәтләй. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһы һайланған. Халыҡҡа һәм фекерҙәштәргә мәғлүмәт еткереү, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу өсөн “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Ауыл өсөн 500 имән” (Стәрлебаш районы) тигән берләшмә булдыр

Башҡортостандың Стәрлебаш районында “Ауыл өсөн 500 имән” экологик проектын ғәмәлгә ашырыу башланды. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһендә Стәрлебаш районы хакимиәтендә Стәрлебаш ауылынан йәш һәм амбициялы эшҡыуарҙар Айнур Хәлитов менән Рафаил Йосоповтың башланғыстарын тикшерҙеләр. Айнур Хәлитов 2020 йылдан Стәрлебаш районы биләмәһендә экологик проекттар менән шөғөлләнә. Уҙған йылда ул ағас ултыртыу идеяһы менән янып китә. Һәм, шулай итеп, ”Ауыл өсөн 500 имән” экологик проекты әҙерләнә. 2023 йылда төрлө тоҡомло ағастар ултыртыла, шул иҫәптән эшҡыуар үҙе сәтләүектән үҫтергән имән дә. Ағымдағы йылды Айнур һәм Рафаил имән ултыртыуға бағышларға ниәтләй. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһы һайланған. Халыҡҡа һәм фекерҙәштәргә мәғлүмәт еткереү, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу өсөн “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Ауыл өсөн 500 имән” (Стәрлебаш районы) тигән берләшмә булдырылған: https://vk.com/club224153203 Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Стәрлебаш районы хакимиәте.