Интернетта таралған видеояҙмала дрондан ситкә тайпылған яугир сығышы менән Силәбе өлкәһенең башҡорт ауылынан. "Бабай"ға 46 йәш, ул Ҡоншаҡ районынан мобилизацияланған. Ҡоншаҡ районының Ҡомкүл ҡасабаһында тыуып үҫкән. Ул квадракоптерҙан ҡасып ҡына ҡалмай, ә дошмандың өс коптерын зарарһыҙландыра. Һәм былар барыһы ла яугирҙе бөтә нәмәгә өйрәткән һәм шул мәлдә эргәһендә булған командирының ғүмерен ҡотҡарыу өсөн. Был ғәжәйеп тарихтың күп өлөшө кадр артында ҡала. Яугир дошмандың өс коптеры менән үлемесле алышта ҡатнаша. “Дрон килде. Мин дронға ата башланым, – тип хәтерләй ул, – Минең арттан йәшерәк яугир, беҙҙең артта командир торҙо. Командирға эләкмәһен өсөн дронға ут астым. Өсәүһен бәреп төшөрҙөм”. Хәрби хәбәрсенең "нисек ситкә тайпылырға мөмкин?" тигән һорауына ул, быларҙың барыһы ла командирҙарҙан алған тәжрибә арҡаһында, тип яуап бирә. Яугир үҙенең сығышы менән Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районынан булыуын белдерҙе һәм ҡатынына “Вәлиә, мин һине яратам!” – тип сәләм тапшырҙы. Хәтерегеҙгә төшө
"Вәлиә, мин һине яратам!" - ти дошмандың өс коптерын юҡ иткән яугир
23 января 202423 янв 2024
1 мин