Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә мәктәбендә мәктәптәрҙә инициативалы бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыуға Башҡортостан Республикаһы бюджетынан субсидиялар биреүгә конкурс нигеҙендә һайлап алыу сиктәрендә 8-11-се класс уҡыусыларының проекттары яҡланды. Сара "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. Өлкән класс уҡыусыларына мәктәп биләмәһен яҡшыртыуға һәм уҡыусыларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән проект булдырырға тәҡдим ителде. Йәмғеһе ете проект тәҡдим ителгәйне: "Тере мөйөш", "Яҙылыу бүлмәһе", "Ял итеү бүлмәһе", "Медиастудия", "Бөгөнгө көн тарихын һаҡлайыҡ", "Психологик көсөргәнешлек бүлмәһе", "Хайп бүлмәһе". Балалар ҡуйылған бурысты уңышлы үтәне, үҙ проекттарын яҡланы, мәктәп киңлеген яҡшыртыу тураһында яҡшы идеялары менән уртаҡлашты. Яҡлағандан һуң шунда уҡ оҡшаған проект өсөн тауыш биреү иғлан ителде. – Тауыш биреүҙә 5-11-се класс уҡыусылары ҡатнашасаҡ. Бөтә ҡатнашыусыларға ла уңыштар теләйбеҙ! Мәктәп тормошонда ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт! – тине мәктәп директоры Эльвира Мәҡсүтова. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Нуриман районы хакимиәте.