Бишбүләк районының Ҡунаҡҡол ауылы ир-егеттәре ҡышҡы селләлә тик ятманы, махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусы яҡташтарына ярҙам итеү өсөн ике көн буйына Фәнзил Биктимеровтың пилорамаһында эшләне, тип хәбәр итә “Светлый путь” гәзите. Алғы һыҙыҡҡа оҙатыу өсөн ауылдаштар таҡта ярҙырҙы. Был материал яугирҙәребеҙгә блиндаждар төҙөү өсөн бик кәрәк. Ҡунаҡҡол ир-егеттәре фронттағы хәлде яҡшы аңлап, эште тиҙерәк башҡарып сығыу өсөн тырышты. Бына ниндәй берҙәм, илһөйәр, егәрле ауылдаштар йәшәй Бишбүләк районында: Фәнзил Биктимеров, Рауил Ғиззәтуллин, Инфир Ғөбәйҙуллин, Данис Зарипов, Руслан Йәлилев, Илмир Саяпов, Радик Фәйзуллин, Зөлфәт Фәзуллин, Рәмил Биктимеров. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тырышлыҡ һалған ысын ир-егеттәргә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ! Фото: https://vk.com/kynakkylovskiycdk?w=wall-116127147_3304%2Fall