Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тәтешлелә инфраструктура яңыра

Үрге Тәтешле ауылында коммуналь инфструктураны яңыртыу проекты тормошҡа ашырылды - һыу селтәре барлыҡҡа килде. Был эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Таҙа һыу” федераль проектына ярашлы башҡарыла. Яңы һыу үткәргес Түбәнге Тәтешле ауыл ҡулланыусыларын һәм 1800 кеше йәшәгән 21-се биҫтә халҡын да тәьмин итәсәк. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итеүенсә, объектты төҙөү 2023 йылда башланған. Оҙонлоғо 19,5 километр булған һыу селтәре һалынған, өс скважинанан торған һәм 808,3 кубометр күләмендәге һыу алғыс, 500-әр кубометр һыйҙырышлы ике резурвуар, ике һыу һурҙырыу станцияһы төҙөлгән. Биләмәләрҙе үҫтереү фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, алдағы ике йылда Башҡортостанда коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса 17 проектты тормошҡа ашырыу планлаштырылған, бының өсөн ташламалы хаҡҡа заемдар йәлеп ителәсәк. Улар иҫәбенә ҡаҙанлыҡтар төҙөү йәки яңыртыу, таҙартыу ҡоролмалары, инженерлыҡ инфраструктураһы һәм башҡалар инә. Фото: “Башинформ”.