Махсус хәрби операция биләмәһенә командировкаға барғанда үҙебеҙҙең яҡташ егеттәр менән күберәк аралашып, хәл-әхүәлдәрен белешеп, уларға тыуған яҡ сәләмдәрен күндереп ҡайтырға тырышабыҙ. Сираттағы танышым Бәхтийәр (позывнойы – “Механ”) Илеш районы егете булып сыҡты. “Механ” былтыр сентябрҙә контракт төҙөп, үҙ теләге менән ил һағына баҫырға ҡарар иткән. Уға тиклем тыуған төйәгендәге хужалыҡта, оҙаҡ ваҡыт Екатеринбург ҡалаһында эшләгән. Әле ул водитель булып хеҙмәт итә. – Өлөшләтә мобилизация башланғас, саҡырыу көтөп йөрөгәйнем, әммә мине алманылар. Шунан контракт төҙөргә ҡарар иттем. Дүртөйлө, Иглин егеттәре менән бергәбеҙ. Үҙ-ара дуҫ-татыубыҙ, бер-беребеҙҙе һаҡларға, хәстәрлек күрергә тырышабыҙ. Был йәһәттән командирыбыҙ “Баграм”дың өлөшө ҙур. Ул – шәп, ышаныслы, ысын командир. Үҙенә янына ниндәй хәлдә лә юғалып ҡалмай торған, ҡыйыу, тәүәккәл егеттәрҙе туплай алған, – ти “Механ”. Уға хәрби заданиеға ярашлы алғы һыҙыҡҡа ла йөрөргә тура килә. “Бер мәл ҡуҙғалып, 700 метр самаһы китеп өлгөргәйнем генә, бығаса мин торған урынға снаряд килеп төштө. Хоҙай араланы”, – ти ҡыйыу яугир. Бәхтийәр – өс бала атаһы. Уларға дүрт, 11, 15 йәш, аталарының яугир икәнен, ил һаҡларға юлланғанын беләләр һәм ғорурланалар. “Тыныс тормошта йәшәйешебеҙ етеш, матур. Ғаиләм мохтажлыҡ кисермәһен тип тырышып эшләнем. Ә инде был аҙымды яһауымдың төп маҡсаты – тиҙерәк һуғышты туҡтатыу, донъяла именлек, тыныслыҡ урынлаштырыу. Балаларыбыҙ уны күрмәһен. Өлкән улым өс йылдан хәрби хеҙмәт осорона аяҡ баҫа, улар тыныс шарттарҙа хеҙмәт итһен ине тигән теләктәмен. Тағы ла “Ил һағына беҙ баҫмаһаҡ, кем?” тигән уй ҙа мине ошонда алып килде”, – ти өс бала атаһы. “Механ” армияла ла механик-водитель булып хеҙмәт иткән, шуға күрә был эш уға таныш тиергә лә мөмкин. Хәрби техникаһын һәр ваҡыт төҙөк тоторға тырыша. Тағы ла уның бында яҡын дуҫы – бесәйе бар, уның да ҡушаматы “Механ”. – Шул тиклем аҡыллы йән эйәһе, күп нbмәне аңлай кеүек. Заданиенан ҡайтһам, бөтә машинаны йөрөп, ҡарап сыға. Хатта ҡарауылға ла бергә бара, ял сәғәттәрендә эргәмдә ятып йоҡлай. Хайуандар хәүеф-хәтәрҙе алдан һиҙә тиҙәр бит, шуға бесәй менән нисектер тыныс кеүек, – ти яугир. Беҙ уға имен хеҙмәт, йөрөр юлдарының һәр ваҡыт хәйерле, уң булыуын теләп хушлаштыҡ. Авторы - В. Уразбаев. Автор фотоһы.