«Масксети Ҡалҡан Өфө» ирекмәндәр ойошмаһында дөйөм эштә олоһо ла, кесеһе лә тырыша. Улар махсус операцияла илебеҙ һағында торған егеттәр өсөн ҡалҡан-селтәрҙәр үрә. Был сауаплы эшкә Өфө районының Алексеевка ауылында йәшәгән бала саҡтан инвалид Әлфир Аҡҡужин да ҡушылды. Әлфир - Хәмзә хәҙрәттең бер туған һеңлеһенең улы. Тормош егеттең алдына бала саҡтан уҡ ҡатмарлы һынауҙар ҡуя. Туғыҙ йәшлек сағында машина бәрҙереп, саҡ үлемдән ҡала ул. Башына ауыр операция кисергән балаға яңынан һөйләшергә, атларға, ғөмүмән, был тормошҡа тулыһынса яраҡлашырға тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле тиҫтерҙәре менән бергә артабан мәктәпкә йөрөп уҡыу мөмкинлеге булмай. Әлфир өйҙә уҡып, 11-се класты тамамлай һәм аттестат ала. Сәмсел тырыш егетте артабан олатаһы Хәмзә хәҙрәт Өфө ҡалаһындағы Рәсәй Ислам университетына алып килә. Бында ул көндөҙгө бүлектә уҡый, 2014 йылда имам-теолог һөнәре буйынса диплом ала. Әле дин юлында Әлфир. Селтәр үреүсе ирекмәндәр хаҡында ла Хәмзә олатаһы бәйән итә уға. Ег