Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала әсә һәм бала һаулығын һаҡлау буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу тикшерелде. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков хәбәр итеүенсә, балалар һаулыҡ һаҡлауының төп йүнәлештәре – сирҙәрҙе иҫкәртеү, алдан диагностикалау һәм һөҙөмтәле дауалау. Башҡортостанда бөтәһе 1 йәштән 17 йәшкә тиклемге 899 159 кеше йәшәй. 2023 йылда балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең 98 проценты профилактик тикшереү үткән. Уларҙа йышыраҡ тын алыу юлдары, аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары һәм күҙ ауырыуҙары асыҡланған. 2023 йылда республика биләмәһендә 3,6 меңдән ашыу бала – махсуслаштырылған һәм юғары технологиялы медицина ярҙамын, ә 1,7 мең пациент федераль медицина ойошмаларында алған. – Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары тәүлек әйләнәһенә район дауаханаларында дауаланған балалар өсөн видеоконсультациялар үткәрә, – тине Роберт Иштуков.– Былтыр бөтәһе 1472 телемост үткәрелгән. Шифахана-курорт да