Республикала инициативалы мәктәп бюджетлауының проекттарын һайлап алыу конкурсы башланды. Әбйәлил районының Йәнгел дөйөм белем биреү мәктәбенең филиалы Таштуй урта мәктәбе уҡыусылары ла ситтә ятып ҡалманы. Һәр класс, уҡыу шарттарына үҙгәреш индерерҙәй, үҙҙәре уҡыған белем усағы биләмәһенә һәм инфраструктураһына яңы һулыш бирерҙәй проекттар тәҡдим итте. Иң тәүге проект, дәресте заман талаптарына ярашлы итеп үткәрер өсөн, мультимедиа саралары, һәр уҡыусыға етерлек компьютерҙары булған информатика кабинетын булдырыуға йүнәлтелде. Икенсеһенең маҡсаты булып, акт залын микрофон, пульт, тауыш көсәйткестәр, милли кейемдәр менән тулыландырыу торҙо. Өсөнсө проект, ял итеү зонаһының кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып: диван, кресло, өҫтәл уйындары, һыу менән кулер, аквариум – тәнәфес ваҡытын файҙалы үткәреүгә булышлыҡ итәсәген иҫбатланы. Мәктәп библиотекаһы ла яңырыу талап итә: китап стеллаждары, уҡыу парталары – һанап сығылғандарҙың барыһы ла дүртенсе проектта ҡаралды. Бишенсе проект ашханала туҡталды: ултырғыстарҙың һәм өҫтәлдәрҙең алмаштырылыуы төшкө аш ваҡытын күңеллерәк итәсәк, тип тасуирланы. Шулай итеп, Таштуй урта мәктәбе уҡыусылары тәҡдим иткән проекттарының ҡайһы берҙәре еңеп сығыуына ышана, сөнки яҡшы уҡыр һәм дәртле саралар үткәрер өсөн, белем усағында заманса технологияларҙың булыуы мөһим. Дилә Ишмөхәмәтова.