Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ипле лә, төплө лә ғалимыбыҙ

Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй тау фәндәре академияһы академигы, техник фәндәр докторы Эрнст Юлбарисовты арыу уҡ йылдар беләм. Ихлас әңгәмәләр ҡорорға насип булғаны бар. Редакциябыҙға ла йыш килә, сөнки Эрнст Мирсаяф улы – милли баҫмаларҙың тоғро дуҫы, әүҙем авторы. Һәр ваҡыт иплелеге, юғары мәҙәнилеге, киң даирәле белеме һәм һәләттәре менән һоҡландыра ул. Эрнст Мирсаяф улы сығышы менән Архангел районының Муллаҡай ауылынан, әммә уға ике-өс йәш тирәһе булғанда атаһының тыуған ауылы Тәүәкәскә күсәләр. Мирсаяф Мөхәмәтғәле улы уҡытыусы, мәктәп директоры була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙ теләге менән фронтҡа китеп, 1943 йылда, 29 ғына йәшендә, Харьков янындағы бәрелештәрҙең береһендә һәләк була. Әсәһе Бибиғәлиә Мәғәфүр ҡыҙы ла ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә арнай, ире фронтҡа киткәс, директорлыҡ йөгөн дә башҡара. Бына шундай уҡымышлы нәҫелдең, көслө муллалары менән билдәле заттың вариҫы ул Эрнст Мирсаяф улы. Бер туған ағаһы Марат менән Өфөләге 5-се балалар йортонда, артабан данлыҡлы 9-сы башҡорт мәктәп-интернатында (хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты) төплө белем һәм тәрбиә алалар. Уны икеһе лә көмөш миҙалға тамамлап, илебеҙҙең баш ҡалаһының төп университеты студенттары булып китәләр. – Марат ағайым – Мәскәү дәүләт университетына уҡырға ингән башҡорттарҙың иң тәүгеләренең береһе. Мин башта документтарымды Жданов исемендәге Мәскәү архитектура институтына ебәргәйнем, әммә ятаҡ булмау сәбәпле, ағайымдың юлын дауам итеп, МДУ-ның геология факультетын һайланым. Был тармаҡ менән ҡыҙыҡһыныуым да көслө ине. Бәләкәйерәк класта ҡулыма төҫлө һүрәтле “География” китабы килеп эләккәс, ер ҡатламының төҙөлөшө, тау тоҡомдары тураһында иҫем китеп уҡығаным хәтерҙә, – тип иҫкә ала һөнәр һайлау мәлен Эрнст Мирсаяф улы. Бына шулай башлана замандашыбыҙҙың геология тармағына илткән һуҡмағы. Хеҙмәт юлын “Туймазынефть” нефть промыслаһы идаралығында скважиналарҙы тикшереү буйынса оператор булып башлай. Артабан Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһының нефть запастарын иҫәпләү буйынса өлкән геологы, “Башнефть” производство берекмәһендәге нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү бүлегенең өлкән инженеры була. 1966 йылда атаҡлы ғалим, СССР-ҙың беренсе геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Василий Михайлович Сенюковтың саҡырыуын ҡабул итеп, аспирантураға уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап, геология-минералогия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Унда тәҡдим ителгән технология ғалим Юлбарисовтың 30 уйлап табыу эшенең иң тәүгеһе була. 1978 – 1980 йылдарҙа Эрнст Мирсаяф улына Ангола Халыҡ Республикаһының Нефть министрлығында баш инженер вазифаһында нефть сәнәғәтен аяҡҡа баҫтырыуҙа булышырға тура килә. 1980 йылда ябылыу сигендәге нефть ятҡылыҡтарында ҡалдыҡ запастарҙы микробиологик ысул ярҙамында табыу мөмкинлеген биргән технология уйлап таба. Был технология Башҡортостандың, Удмурт Республикаһының һәм Көнбайыш Себерҙең 30 нефть ятҡылығында өс тиҫтә йылдан ашыу уңышлы ҡулланыла. Артабан 1992 – 1997 йылдарҙа Э.М. Юлбарисов Башҡортостандың Геология буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһында эшләй. “Был осорҙа көсөмдө, белемемде геология хеҙмәтен тергеҙеүгә арнарға тырыштым. Республикала ер аҫтын файҙаланыуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәрен, “БР тәбиғи ресурстарын файҙаланыу буйынса дәүләт концепцияһы”н төҙөүҙә ҡатнаштым”, – ти ул. Заманында был комитеттың бюджеттан тыш фонды ярҙамы менән күп кенә фәнни һәм етештереү предприятиелары юҡҡа сығыуҙан һаҡлап алып ҡалына. Ғалим-геолог “ВНИИнефтеотдача”, “БашНИПИнефть”, “КогалымНИПИнефть” институттарында эшләгән осорҙарында ла эшкә талымһыҙлығы, фиҙакәрлеге менән хөрмәт ҡаҙана. Эрнст Мирсаяф улы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә күп уҡый, эҙләнә, бай тормош тәжрибәһенә таянып, һығымталар яһай. Геология тармағының бөгөнгө торошо ла ныҡ борсой ғалимды. “Геологияның эшмәкәрлегенә ил, дәүләт иҡтисадын тотоп торған тармаҡтарҙың киләсәге бәйле. Бары менән ҡәнәғәт булырға ярамай. Мәҫәлән, беҙҙең алда нефтте тәрәнерәк быраулау алымдарын үҙләштереү бурысы тора. Киләсәктә ил һәм республика етәкселеге тармаҡты үҫтереүгә иғтибарҙы арттырһын ине, тигән теләктәмен. Ғөмүмән, Башҡортостаныбыҙ – хазиналар төйәге, тик шул байлыҡтарға һаҡсыл ҡараш, уларҙы рациональ файҙаланыу алымдары булырға тейеш”, – ти ғалим. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, бөгөн Юлбарисовтар – башҡорт геологияһы өлкәһендә билдәле династия. Был тармаҡты Эрнст Мирсаяф улының һәм ҡатыны Наилә Ғаяз ҡыҙының нәҫел-нәсәбенән ете кеше үҙ итә. Ағайҙары Марат менән Вильгельм намыҫлы хеҙмәткәр генә түгел, оҫта ойоштороусы һәм алдынғы ҡарашлы етәкселәр ҙә булып таныла. Бөгөн данлыҡлы геологтар династияһын икенсе, өсөнсө быуын вариҫтары уңышлы дауам итә. Тормош иптәше Наилә Ғаяз ҡыҙы ла – геолог. Ул сығышы менән Хәйбулла районының Әбеш ауылынан. Мәскәү дәүләт геология-разведка институтын тамамлап, инженер-геолог-гидрогеолог булараҡ, байтаҡ төҙөлөш объекттарын, мәҫәлән, “Сила Сибири” магистраль газ үткәргесен геологик йәһәттән нигеҙләүҙә ҡатнаша. Юлбарисовтарҙың ғаилә ҡороуына былтыр сентябрҙә 55 йыл тулған. “Уңыштарымда, әлеге дәрәжәләргә өлгәшеүемдә ғаиләмдең, тормош юлдашымдың роле баһалап бөткөһөҙ. Мине ҡайҙа ғына эшкә ебәрһәләр ҙә, ул һәр ваҡыт янымда булды. Улдарыбыҙ Надир менән Булат, тормошта үҙ урындарын табып, ғаилә ҡороп, матур балалар үҫтерә. Надир улыбыҙ – БР-ҙың атҡаҙанған артисы, Булатыбыҙ – “Башҡортостан нефте” гәзитенең баш мөхәррире. Ейән-ейәнсәребеҙ Айҙар, Таһир, Элиза, Әмирә һәм Асҡар – тормошобоҙ йәме һәм мәғәнәһе. Ошо үҙе ҙур бәхет. Киләсәккә ниәтләгән эштәр, уй-пландар ҙа бар”, – ти Эрнст Мирсаяф улы. Хөрмәтле шәхесебеҙгә ошо түңәрәк бәхетегеҙҙән, һаулыҡтан айырмаһын, тигән изге теләктә ҡалабыҙ. Э.М. Юлбарисов тураһында хеҙмәттәштәре Э.М. ХӘЛИМОВ, 1976 – 1981 йылдарҙа СССР-ҙың нефть сәнәғәте министры урынбаҫары, академик: – БР Геология буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһында эшләгән осоронда Эрнст Мирсаяф улы тыуған Башҡортостанының геология тармағын булдырыуға һәм нығытыуға ғәйәт ҙур көс һалды. Ғалим булараҡ, фән үҫешенә тос өлөш индерҙе: ул – 700-ҙән ашыу ғилми мәҡәлә һәм тәржемә, 30 уйлап табыу эше, туғыҙ китап авторы. Уның намыҫлы һәм фиҙакәр хеҙмәте төрлө дәүләт наградалары менән лайыҡлы баһаланды. В.В. ПАВЛОВ, “Башкиргеология” йәмғиәтенең генераль директоры: – Эрнст Мирсаяф улы – энциклопедик белемгә эйә кеше, башҡорт халҡының ғорурлығы! Ул бик ҙур ҡаҙаныштарға өлгәште. Дуҫтары һәм иптәштәре өсөн ысын өлгө, йәш геолог-нефтселәргә лайыҡлы остаз, геология фәненең киләсәге өсөн борсолған фиҙакәр ғалим. Эрнст Мирсаяф улы – бәхетле кеше, сөнки йылдар дауамында тупланған тормош һәм һөнәри тәжрибәһен тапшырыр вариҫтары бар. Л.К. АЛТУНИНА, РФА-ның Нефть химияһы институтының Себер бүлексәһе директоры: – Эрнст Юлбарисовтың киң даирәле белеме, һөнәри оҫталығы, эшһөйәрлеге уның күп ҡырлы һәм әүҙем эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләрендә лә тулы сағылыш тапты һәм был уның шәхесенә ҡарата ҙур хөрмәт уята. Уңыштары нигеҙендә юғары ижади потенциал ята. Фото: ғаилә альбомынан.