“Башҡортостан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары буйынса Волга буйы федераль округында – икенсе, илдә 10-сы урынды биләй. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ республика иҡтисадта мәшғүл булғандарҙың өстән бер өлөшөн тәшкил итә һәм уның тулайым төбәк продукты кимәленә 30 процент тура килә. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда был секторҙың һан күрһәткестәре һуңғы өс йылда үҫә. Шулай итеп, республиканың дөйөмләшкән бюджетына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтан һалым күләме, алдан иҫәпләүҙәр буйынса, 16 миллиард һум тәшкил итте. Был йәһәттән үҫеш 7 процент тәшкил итте. Бөгөн төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡараған 136 мең субъект эшләй. Бер йыл эсендә үҫеш 6,4 процент тәшкил итте һәм уртаса Рәсәй күрһәткесенән юғарыраҡ булды (5,9%). Әммә беҙ өлгәшелгәндәрҙә генә туҡталырға күнекмәгәнбеҙ һәм бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ менән эште көсәйтәсәкбеҙ”. Фото, сығанаҡ: vk.com/agnazarov?z=photo555400080_457243429%2Fwall555400080_10226