Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һөләймән уңғанбикәләре ҡаҙы эшләне

Йылҡы ите борон-борондан башҡорттарҙың яратҡан ризығы һаналған. Ҡаҙыны әҙерләү өсөн йылҡы түшкәһенән ҡаҙыһын(майы) һәм ялын( сало) киҫеп, айырып алалар. Итен дә мулыраҡ итеп ҡушып ҡырҡҡанда, ҡаҙылыҡ тәмлерәк була. Нәҙек эсәктәрҙе 60-70 сантиметр оҙонлоғонда ҡырҡып, осон бәйләп, эсенә төрлө тәмләткестәр менән аралаштырып йылҡының эс майын, итле ҡаҙыны тултыралар. Тоҙҙо бик әсе итмәй, самалап һалығыҙ, сөнки май бер аҙ кибеп, күләме кәмей. Аҙаҡтан эсәктең осон бәйләп, бер аҙ ҡайнар һыуҙа бешекләп алғанда, бешергән саҡта ысҡынып китмәҫме тигән ҡурҡыу булмаясаҡ. Әҙер ҡаҙыларҙы туңдырғысҡа һалып ҡуйырға. Бешерер алдынан уны иретергә, бүҫелмәһен өсөн ҡайнап сығыр алдынан бер нисә урындан нәҙек энә менән тишкеләп алырға мөмкин.Һөләймән ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Гөлсинә Кәримова йортонда ҡаҙы эшләне. Сығанаҡ: Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы