Республиканың “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусы туҡһанға яҡын сәнәғәт предприятиеһы хеҙмәткәре “Йылдың йәш сәнәғәтсеһе” премияһында ҡатнаша ала, тип хәбәр иттеләр төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан. Премияға 40 йәшкә тиклемге, урта һәм бәләкәй сәнәғәт предприятиеларының хужалары, директорҙары, баш инженерҙары дәғүә итә ала. Илде үҫтереү өсөн иң перспективалы тип тапҡан проекттар еңеүсе буласаҡ. Ҡатнашыу өсөн 2024 йылдың 31 мартына тиклем проекттың презентацияһы ҡушымтаһы менән анкета тултырырға кәрәк. Эксперт баһаһынан тыш, премияла асыҡ тауыш биреү этабы бар, уның һөҙөмтәләре махсус номинацияла иҫәпкә алынасаҡ. “Еңеүселәрҙе бүләкләү йәйгеһен Екатеринбургта "Иннопром" халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә үтәсәк. Премияға дәғүә итеүселәр Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының белем биреү стажировкаларында ҡатнашасаҡ, ведомствонан ярҙам аласаҡ", – тиелә ведомствола. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный прое