Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Хирургтарҙың “уң ҡулы”

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Саҡмағош үҙәк районы дауаханаһының хирургия бүлексәһенә яңы универсаль операция өҫтәле алынды. Медицина ҡорамалы төрлө профилдәге операциялар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Ул пациенттың уңайлы урынлашыуын һәм ышаныслы нығытылыуын тәьмин итә. Шулай уҡ өҫтәл электр һәм гидравлика күсергестәре менән йыһазландырылған. Был белгестәргә ҡорамалды буйға һәм ян-яҡҡа ауыштырыуҙы һығылмалы рәүештә башҡарырға һәм бейеклекте көйләргә ярҙам итә. Өҫтәлдең торошон ҡул ярҙамында һәм пульт менән үҙгәртергә мөмкин. Хирургтар яңы ҡорамалды файҙаланыуға тапшырғандан һуң әүҙем ҡулланыуын дауам итә. Үт ҡыуығынан таштарҙы алыу, һуҡыр эсәккә операция яһау, бүҫерҙе ҡырҡып ташлау кеүек әмәлиәттәр уңышлы үткәрелә. –Ҡорамал заманса хирургияның бөтә талаптарына яуап бирә. Өҫтәл ышаныслы һәм табиптар, пациенттар өсөн уңайлы. Заманса ҡорамал хирург һәм уның ассистенттары өсөн әмәлиәттәр башҡарғанда тотороҡлоҡто тәьмин итә, – ти хирургия бү

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Саҡмағош үҙәк районы дауаханаһының хирургия бүлексәһенә яңы универсаль операция өҫтәле алынды. Медицина ҡорамалы төрлө профилдәге операциялар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Ул пациенттың уңайлы урынлашыуын һәм ышаныслы нығытылыуын тәьмин итә. Шулай уҡ өҫтәл электр һәм гидравлика күсергестәре менән йыһазландырылған. Был белгестәргә ҡорамалды буйға һәм ян-яҡҡа ауыштырыуҙы һығылмалы рәүештә башҡарырға һәм бейеклекте көйләргә ярҙам итә. Өҫтәлдең торошон ҡул ярҙамында һәм пульт менән үҙгәртергә мөмкин. Хирургтар яңы ҡорамалды файҙаланыуға тапшырғандан һуң әүҙем ҡулланыуын дауам итә. Үт ҡыуығынан таштарҙы алыу, һуҡыр эсәккә операция яһау, бүҫерҙе ҡырҡып ташлау кеүек әмәлиәттәр уңышлы үткәрелә. –Ҡорамал заманса хирургияның бөтә талаптарына яуап бирә. Өҫтәл ышаныслы һәм табиптар, пациенттар өсөн уңайлы. Заманса ҡорамал хирург һәм уның ассистенттары өсөн әмәлиәттәр башҡарғанда тотороҡлоҡто тәьмин итә, – ти хирургия бүлексәһе мөдире Илгиз Ваһапов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.