Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡаҙағстан менән тауар әйләнеше артҡан

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында экспорт 2023 йылдың ғинуар–ноябрь айҙарында 6,1 процентҡа, ә үҙ-ара тауар әйләнеше күрһәткесе “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ярҙамында 3,1 процентҡа артҡан, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығында. Әйткәндәй, 24-25 ғинуарҙа Ҡаҙағстанда халыҡ-ара форум уҙасаҡ һәм артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшереләсәк. Был осрашыу рәсми һәм эшлекле программанан, шул иҫәптән, “Ҡаҙағстан-Башҡортостан” майҙандарынан тора. Эшҡыуарҙар b2b форматында осрашасаҡ, шулай уҡ, хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөү өсөн Ҡаҙағстандың алдынғы предприятиеларына сәфәр итәсәк. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға, Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм Президент Владимир Путиндың май ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: Александр Кряжев.