“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел районының Мерәсем ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина учреждениеһы яҡындағы дүрт ауылдың 240 кешеһен хеҙмәтләндерәсәк. Хәҙер мерәсемдәр район үҙәгенә барып тормайынса йорттарына яҡын урынлашҡан пунктта юғары сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ. Бина заманса талаптарға һәм санитар нормаларға яуап бирә. Тейешле ҡорамалдар менән яҡшы тәьмин ителгән. Халыҡтың диспансерлаштырыу үтеүе, прививка яһатыуы, медицина тикшереүе үтеүе өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Шуға күрә ФАПты асыу тантанаһынан ауылдаштар ситтә ҡала алманы. – Ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарының асылыуы – халыҡ өсөн көтөп алынған һөйөнөслө ваҡиға. Тормош сифатының яҡшырыуына туранан-тура йоғонто яһаусы күренеш, – тип билдәләне район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арт