Быға минераль продукция менән тәьмин итеүҙе арттырыу булышлыҡ иткән. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаты булып экспортты арттырыу тора, тип хәбәр итә төбәктең Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы. 2023 йылдың ғинуар–ноябрь айҙарында Үзбәкстан менән тышҡы сауҙа әйләнешен 90 процентын Башҡортостан экспорты тәшкил иткән. Был күрһәткес, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, 3,3 процентҡа күберәк. Экспорттың нигеҙендә химия сәнәғәте, каучук, үҙағас, металл, минераль продукция һәм башҡалар тора. “Республиканың тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәрен нығытыу өсөн беҙ рәсми делегациялар менән күрше илдәргә йөрөйбөҙ. 2023 йыл Үзбәкстанға бизнес-миссия менән тамамланды. Унда делегаттарҙың береһе шыйыҡландырылған газды һаҡлау өсөн һауыттар менән тәьмин итеү өсөн контракт төҙөүгә өлгәште. Дөйөм сумма 160 миллион һум тәшкил итә”, – тине Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Билдәле булыуынса, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: resbash.ru