Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Лицензия алыусылар арта

Былтыр республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында акушерлыҡ һәм гинекология буйынса эшмәкәрлеккә лицензиялар алыусы медицина ойошмалары һаны артты. 2022 йыл аҙағында теркәлгән 390 медицина учреждениеһына тағы һигеҙ шәхси медицина учреждениеһы өҫтәлде. – Акушерлыҡ – йөклөлөк, бала табыу һәм бала тапҡандан һуң ваҡыттағы процестарҙы өйрәнеүсе, шулай уҡ яңы тыуған сабый тураһындағы фән ул, – тине министрлыҡтың лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. – Акушерлыҡ ҡатын-ҡыҙҙың енес системаһы патологияларын дауалау һәм иҫкәртеү менән шөғөлләнеүсе гинекология менән тығыҙ бәйләнгән. Медицина учреждениеларын лицензиялауҙы еңеләйтеүгә аңлатыу эштәрен даими алып барыу, инструкциялар булышлыҡ итә. Хәҙерге ваҡытта медицина эшмәкәрлегенә тәүге тапҡыр лицензия алыу өсөн 15 көн дә етә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡ

Былтыр республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында акушерлыҡ һәм гинекология буйынса эшмәкәрлеккә лицензиялар алыусы медицина ойошмалары һаны артты. 2022 йыл аҙағында теркәлгән 390 медицина учреждениеһына тағы һигеҙ шәхси медицина учреждениеһы өҫтәлде. – Акушерлыҡ – йөклөлөк, бала табыу һәм бала тапҡандан һуң ваҡыттағы процестарҙы өйрәнеүсе, шулай уҡ яңы тыуған сабый тураһындағы фән ул, – тине министрлыҡтың лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. – Акушерлыҡ ҡатын-ҡыҙҙың енес системаһы патологияларын дауалау һәм иҫкәртеү менән шөғөлләнеүсе гинекология менән тығыҙ бәйләнгән. Медицина учреждениеларын лицензиялауҙы еңеләйтеүгә аңлатыу эштәрен даими алып барыу, инструкциялар булышлыҡ итә. Хәҙерге ваҡытта медицина эшмәкәрлегенә тәүге тапҡыр лицензия алыу өсөн 15 көн дә етә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.