Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беҙгә берҙәмлек кәрәк, дуҫтар!

Украина, Ҡырғыҙстандағы “һарғылт-ҡыҙыл революциялар”ҙы күҙәткәндә Көнбайыштың бысраҡ ниәте хаҡында аңлатырға тырыштылар. Тик был ваҡиғалар беҙҙән алыҫ ине. Күрәһең, телевизорҙан күҙәткән йән өшөткөс ваҡиғалар сираттағы сериал ише генә ҡабул ителгәндер. Бынан ике йыл элек, тап Яңы йыл башланып торғанда, Ҡаҙағстан да “халыҡ күтәрелешен” үткәрҙе. Иң яҡын сиктәш-дәүләттәрҙе болғатыу Рәсәйгә асылған һуғыш күренеше ине ул. Беҙҙең илгә ныҡлап йәбешкән тышҡы көстәр үҙ ниәттәренә ирешеү өсөн бөтә алымдарҙы ла ҡуллана. Һуғышта бөтә саралар ҙа ҡулай тигән фекерҙең асылы ошонда ярылып ята ла инде. Хәҙер килеп улар дәүләтебеҙҙе емереү ниәтен эстән, милли республикаларҙы ҡаҡшатыуҙан башланы. Әле бына ғына Дағстан ваҡиғаларын күҙәтеп аптырашта ҡалһаҡ, хәҙер шул хәл беҙгә килеп етте.Баймаҡ ҡайҙа ла, Көнбайыш дәүләттәр йоғонтоһо ҡайҙа тиерһегеҙ? Үкенескә ҡаршы, Көнбайыш, Америка ярандары – үҙебеҙҙең егеттәр. Илдән ҡасып киттеләр ҙә, хәҙер уларҙың туҫтағынан ашайҙар, шуға улар көйөнә бейейҙәр. Хатта аҡса түләүселәре ҡуша икән, Украинаның оборона министры булып башҡортса хат та яҙалар. Баймаҡ ваҡиғаһына килгәндә, тап ситтән ятып беҙҙең халыҡты хәстәрләгән ошо кешеләр тәүҙә һарайға үрт һалды. Һуңынан ситтән тороп, йә иһә шым ғына аҫтыртын рәүештә халыҡты ҡымжытты. Ә һуңынан (халыҡыбыҙҙы һарыҡ ише күреп) ут эсенә кешеләрҙе үҙҙәре ҡыуып индерҙе.Бөгөн, тотош дәүләтебеҙ үҙбилдәләнеше өсөн асыҡтан-асыҡ көрәш алып барғанда, беҙгә берҙәмлек кәрәк, дуҫтар. Башҡортостан иҡтисади ҡеүәте, халҡының берҙәмлеге менән көслө республика булды һәм шулай булып ҡаласағына шигем юҡ. Аҡты-ҡаранан айырмай, аңын-тоңон уйламай урамдарға сығыу – дәүләтселегебеҙҙән баш тартыу һәм үҙ ҡулдарыбыҙ менән айырым яҙмыштарҙы емереүгә тиң. Туҡталайыҡ һәм ошо хаҡта ла уйланайыҡ.Мин, Башҡортостан Журналистары союзы рәйесе, күп һанлы ҡәләмдәштәрем менән бергә республикабыҙҙағы тотороҡлолоҡ, Берҙәм Башҡортостан һәм Рәсәй эсендә уның заманса үҫешен тәьмин иткән Республикабыҙ етәксеһе менән.#БерҙәмБашҡортостан#МинРадийХәбировМенән#ЯZаХабирова#ZаЕдиныйБашкортостан Вәдүт ИСХАҠОВ, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе.