Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙған аҙна ваҡиғаларына йомғаҡ яһаны. Уның фекеренсә, республика халҡы экстремистарға ҡаршылыҡ күрһәтеп, өлгөргәнлеккә һынауҙы лайыҡлы үтте. Бының өсөн ул Башҡортостан халҡына рәхмәт әйтте. “Беҙҙең биләмәлә улай эш итеүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Быға ҡағылышы булғандар язаһын аласаҡ. Тәжрибәһеҙлектәре арҡаһында хоҡуҡ һаҡсыларына ҡулдарын күтәргән кешеләрҙе ысын күңелдән йәлләйем. Улар яза аласаҡ, сөнки һәр кем үҙ аҙымдары өсөн яуап бирергә тейеш,” – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан етәксеһе әйтеүенсә, кешеләргә төбәктә хәлде болғарға маташыусылар тураһында һөйләргә кәрәк. Кәңәшмә ваҡытында быға арналған видеояҙма күрһәтелде, унда экстремистарҙың бындай аҙымдарының ысын мотивтары тураһында һүҙ бара. Ошо уҡ яҙманы ул социаль селтәрҙәр аша ла таратты. Радий Фәрит улы хакимиәт башлыҡтарына кабинеттарынан сығырға, кешеләр менән күберәк аралашырға саҡырҙы. Уларҙың проблемаларын ишетергә һәм хәл итергә тигән бурыс ҡуйҙы. Сөнки власть менән халыҡ араһында бушлыҡ барлыҡҡа килеү менән уны экстремистар тултырырға тырыша. “Республика, быға ҡаршы торорға тырышыусыларға ҡарамай алған табан барыуын дауам итәсәк, уның үҫеше туҡтамаясаҡ”, – тине ул. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.