Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәле тарихсы Рәмил Рәхимовҡа юғары дәүләт наградаһы тапшырҙы. Ул емешле эшмәкәрлеге өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. – Ике йыл дауамында Рәмил Рәхимов Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһын етәкләне. Профессиональ тарихсы булараҡ, Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу, уға Рәсәй Геройы исемен бирҙереү өҫтөндә эшләне, – тине Радий Хәбиров. Рәмил Рәхимов республика етәкселегенә хеҙмәтен юғары баһалағандары өсөн рәхмәт әйтте. Шулай уҡ тәҡдим индерҙе: күп йылдар республикаға етәкселек иткән Миҙхәт Шакировтың хәтерен мәңгеләштерергә. – Ул бик етди етәксе ине, тап уның эшләү осоронда Башҡортостанда әле МХО өсөн тауарҙар етештергән заводтар, башҡа мөһим предприятиелар, торлаҡ комплексы, Хөкүмәт һәм Республика йорттары, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы төҙөлдө, колхоздар, совхоздар нығынды, фән һәм мәҙәниәт үҫеште. Хәтерен мәңгеләштереп, уға Өфөлә һәйкәл ҡуйылһа, бик лайыҡлы булыр ине, – тине ул. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, бындай идея бар. Быйылғы йыл аҙағында Миҙхәт Шакиров йәшәгән йорт янына һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла. Фото: "Башинформ".