Быйыл Ейәнсура районы мәктәптәре “Мәктәп инициативалы бюджетлауы” программаһына ярашлы үткәрелгән конкурста әүҙем ҡатнаша. Райондың Абҙан урта мәктәбе уҡыусылары ла ошо программала ҡатнашырға теләк белдергән. Проекттарҙы өлкән класс уҡыусылары үҙҙәре уйлап, тәҡдим иткән һәм яҡлаған. - 17 ғинуар көнө уҡыусыларыбыҙ үҙ проекттарын яҡланы. Өлкән класс уҡыусыларынан торған командалар алдында үҙаллы проекттар төҙөү һәм уларҙы яҡлап сығыш яһау, уны башҡаларға тәҡдим итеү кеүек еңел булмаған бурыс торҙо. Әйтергә кәрәк, командалар быны бик уңышлы башҡарҙы. Ләкин уларҙың идеяһы башҡаларға ни тиклем оҡшағанын белергә тауыш биреү генә ярҙам итте. Уҡыусыларға бюллетень тапшырылды. Һәр кем күңеленә хуш килгән проект өсөн тауыш бирә алды, - тип һөйләне Абҙан урта мәктәбе директоры Сәриә Азат ҡыҙы Булатасова. Һөҙөмтәлә XI класс уҡыусылары тәҡдим иткән “Заманса йыһазландырылған компьютер класы” проекты еңеү яулаған. – Проекттарҙы әҙерләү, яҡлау бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Мәктәбебеҙҙе бик яратабыҙ, ул тағы ла күркәмләнһен өсөн үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә теләйбеҙ , – ти уҡыусылар. Уларға матур башланғыстарында уңыштар теләйбеҙ! Фото: Абҙан мәктәбенән.