Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был ике дәүләт - төп партнерҙар

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Ҡаҙағстан һәм Беларусь менән хеҙмәттәшлек мәсьәләһе тикшерелде. Асыҡланыуынса, ошо көндәрҙә Башҡортостандың рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Ҡаҙағстанға юллана. Уға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселек итә. Был турала кисәге кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Ҙур бизнес-делегация составына 70 предприятие (сәнәғәт һәм ауыл хужалығы), 50 бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре ингән. Эшҡыуарҙар өсөн айырым программа әҙерләнгән, “Ҡаҙағстан-Башҡортостан” бизнес-форумы үтәсәк. Барлығы урындағы 400 предприятиеһы менән осрашыу ҡаралған. Шулай уҡ юғары кимәлдә аралашыуҙар ҙа буласаҡ, шул иҫәптән Ҡаҙағстан Президенты һәм Хөкүмәте башлығы менән дә. Рөстәм Моратов әйтеүенсә, 2023 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан менән тышҡы сауҙа әйләнеше 3,1 процентҡа 440 миллион долларға тиклем артҡан. Шул уҡ ваҡытта экспорт күрһәткестәре 365 миллион долларҙан ашҡан. – Башҡортостандан сығарылған экспорттың 90 проценты тиерлек сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған секторға тура килә, – тине Рөстәм Моратов. – Ә иң ҙур үҫеште аҙыҡ-түлек продукттары һәм төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеү күрһәткән. 2023 йылдың сентябрендә Астанала үткән “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан менән Ҡаҙағстан 2023-2024 йылдарға хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планын раҫланы. Берлектәге эштең “юл картаһы”нда 60-тан ашыу пункт бар. Бынан тыш, 2023 йылда Өфөнән Астанаға һәм Алматыға даими тура авиарейстар асылды. Былтыр самолеттар 16 мең пассажирҙы ташыған. Беларусь менән хеҙмәттәшлек тә киң йүнәлештәр буйынса үҫешә. Иң мөһиме – Башҡортостан биләмәһендә инвестиция проекттарын ғәмәлгә индереү. 2023 йылдың октябрендә Өфө районында игенде эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса “АМКОДОР-Ағиҙел” заводы эшләй башланы. Предприятиены сафҡа индереү тантанаһы Беларусь Премьер-министры Роман Головченко һәм Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Александр Новак ҡатнашлығында үтте. Почетлы ҡунаҡтар коммуналь һәм юл техникаһы сығарыу буйынса “АМКОДОР-Алға” заводы төҙөлөшөнә старт бирҙе. Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә 2023 йылдың ноябрендә 1AK-GROUP Беларусь холдингы вәкилдәре менән Башҡортостанда аккумулятор техникаһы производствоһын булдырыу буйынса һөйләшеүҙәр үткәрелде. – Ошо көндәрҙә Өфө трамвай-троллейбус заводы етәкселеге Белоруссияның “МАЗ” компаниялар төркөмө менән һөйләшеүҙәр алып барҙы, унда берлектәге тағы ла ике потенциаль проект ҡаралды, – тип хәбәр итте Рөстәм Моратов. 2024 йылдың февралендә Башҡортостандың рәсми делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәре планлаштырыла. Ул ике яҡлы хеҙмәттәшлекте нығытыуға яңы импульс бирәсәк. Төбәк башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең иҡтисади блогына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм Ҡаҙағстан яғы менән “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проектын ебәреүҙе уйларға ҡушты. – Беҙ өҫтөнлөклө тәртиптә ике дәүләт менән үҙ-ара килешеп эш итәбеҙ. Беҙҙең “юл карталарында” гуманитар хеҙмәттәшлеккә лә иғтибар бүлеү мөһим. Атап әйткәндә, “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты сиктәрендә пенсионерҙарға пилот рәүешендә Ҡаҙағстанға барыуҙы ойоштороу кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.