Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән кешеләрҙең барыһын да яугирҙәр тип берләштерергә күнеккәнбеҙ. Ләкин, белеүебеҙсә, унда ҡулдарына ҡорал тотоп һуғышҡан хәрбиҙәрҙән башҡалар ҙа бихисап. Эйе, фронтты кәрәк-яраҡ менән тәьмин иткән, бер ҡарауға икенсе ролдәрҙә йөрөгән кеүектәр ҙә бар. Әммә был беренсе ҡарауға ғына. Ашамайынса, йәки һыу эсмәйенсә һуғышып ҡарағыҙ әле?! Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы командировкам ваҡытында тап шундай яугирҙәр – күренмәгән фронт геройҙары менән дә аралашырға форсат булды. Геройым Салауат ҡалаһы егете “Шнайдер”. Ул – ашнаҡсы. Әлбиттә, егеттәр уны ярата һәм хөрмәт итеп тора. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел! – Бөгөн менюла нимәләр, “Шнайдер”? Яугирҙәрҙе нимәләр менән һыйлайһың? – Төшкә перловка, киске ашҡа иҙелгән картуф булыр. Төшөн мотлаҡ аш һәм икенсе блюдо әҙерләйем. Иртән һалдаттар ҡәһүә эсә, былай һәр ваҡыт сәй бар һәм компот бирәм, ҡайһы берҙә һуттар эсәбеҙ, – ти егет. Әлегә бында ашхана юҡ, һалдаттар үҙҙәре бешергән урынға килеп ашай. “Шнайдер” бер юлы йөҙләп самаһы яугирҙе ашата. Бер үҙе генә эшләһә лә, барыһына ла өлгөрә. Ә иң мөһиме – бик тәмле итеп бешерә. Быны үҙем тәмләп ҡараған кеше булараҡ ышаныс менән әйтә алам. “Беҙҙә 12 самаһы ашнаҡсы бар ине, тик беҙ уларҙы подразделениелар буйынса тараттыҡ. “Шнайдерҙың” бешереүе бик оҡшай. Тәмле һәм туҡлыҡлы”, – тип һүҙгә ҡушыла башҡа егеттәр. “Шнайдер” әле йәш. Салауат ҡалаһынан. Ошонда мәктәп һәм училище тамамлаған. Әле өйләнмәгән. Был турала һорағас, йылмайып әйтеп ҡуйҙы. “Мине унда көтөүсе бар. Киләһе ялға ҡайтҡанда, бәлки...” тип серле йылмайҙы һалдат. Һөйләшеү йәнә ашау тирәһенә әйләнеп ҡайта. – Егеттәр иң нығы нимә ярата? – тим. – Дөрөҫөн генә әйткәндә, тәмле нәмәләр ҙә күп ул беҙҙә. Тик егеттәр иң нығы икмәк ярата. Үҙебеҙҙең икмәкхана бар, унда бик тәмле итеп икмәк бешерәләр. Һәм беҙҙең егеттәр һәр ваҡыт өҫтәп һорап ала. Йәлләү юҡ, һәр кемдең тамағы туҡ булһын тип тырышам. Төрлөрәк булһын тип фантазияны лә егергә тура килә. Былай тәнҡит ишеткәнем юҡ, тимәк оҡшайҙыр, – тип ихлас йылмая егет. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуацион үҙәккә 122 йәки (347) 218-19-19-19, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында Телеграмда мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. В. УРАҘБАЕВ фотоһы.